Даирә
+18 °С
Болотло
Байрамдар
26 Май 2022, 07:19

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Өмөтбаева Раушания Камил ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Өмөтбаева Раушания Камил ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һиңә сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр теләйбеҙ.
Тормош юлың балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Таһир, улдарың Алмаз, Тимур, килендәрең Регина, Вероника, ейәнсәрҙәрең Азалия, Эвелина, Асҡар.
***
Ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ Өмөтбаева Раушания Камил ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға,килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән атайың Камил, ҡустыларың Филүс, Рәмил, килендәрең Әлфиә, Ильяна, туғандарың Марсель, Зарина, Милена, Эмиль, Данэл.
***
Ҡәҙерле апайыбыҙ Өмөтбаева Раушания Камил ҡыҙын матур юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, имен, бәрәкәтле тормош, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡыуандырып беҙҙе, апай, оҙаҡ йәшә,
Һәр ваҡытта бул беҙҙең менән йәнәшә.
Һәр саҡта ла һин кәрәкһең,
Был ҡатмарлы тормоштарҙа һин терәкһең.
Кәңәш һорап килһә әгәр яҡындарың,
Кәңәштәрҙең бирәһең һин яҡшыларын.
Һәр бер эшең, апай, изгелекле,
Балаларың аҡыллы һәм игелекле,
Беҙҙән теләк: ет һин йөҙгә,
Еҙнәй менән бул бәхетле!
Иң изге теләктәр менән һеңлең Гөлнар, кейәүең Әсләм, беҙҙең балалар Артур, Руслан, Эльвина, Марсель.

Автор:
Читайте нас