Даирә
+8 °С
Ясно
Байрамдар
20 Мая 2022, 10:15

Байрамдар ҡотло булһын!

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Ҡаһиров Рәсих Әбделхәмит улына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ҡаһиров Рәсих Әбделхәмит улын 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә иң изге, яҡ­ты, матур теләктәребеҙҙе юл­лай­быҙ. Тыуыр таңдарың ты­ныс, һаулығың ныҡлы, ғү­мерең бәхетле булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡлы оҙон ғүмер итеүеңде, яҡын­дарыңдың игелеген күреп йә­шәргә яҙһын. Әлегеләй көслө рухлы, яр­ҙам­сыл бәхетле һәм сәләмәт булып ҡалыуыңды теләйбеҙ.
Тыуған көнөң менән ҡотлап,
Йыйылғанбыҙ һинең яныңда.
Беҙ бәхетле тыуған йортобоҙҙа,
Көтөп торған атай барында.
Һәр бер иртә һине ҡыуандырып
Шатлыҡ менән яңы таң атһын.
Күҙҙәреңде һағыш йәше түгел,
Шатлыҡ йәше генә сылатһын.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
50 йәшең – оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нурсилә, улдарың Рәсил, Рәмзил, ҡыҙың Илүзә, килендәрең Розалина, Фаина, ейәнең Эмиль.
***
Ҡәҙерле улым, ҡус­тыбыҙ, аға­йы­­быҙ Ҡа­һиров Рә­сих Әбдел­хә­мит улын 50 йәшлек юби­лейы һәм ки­ленебеҙ, еңгәбеҙ Нурсилә Ришат ҡыҙын тыуған кө­нө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Киләсәк көндәрегеҙ аяҙ, яҡты, ғүмер юлығыҙ оҙон, сәләмәтлегегеҙ ныҡ, эштәрегеҙ гел уң булһын. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ менән бергә тик шатлыҡта йәшәргә яҙһын. Һеҙгә йән-күңел тыныслығы, донъя именлеге, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ.
Барлыҡ туғандарығыҙ исеменән апайығыҙ Нурия.
***
Ҡаһиров Рәсих Әбделхәмит улына!
Ҡәҙерле кейәүебеҙ, ағайыбыҙ һине алтын юбилейың менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ. Ғаилә тигеҙлеге, йән тыныслығы, яҡшы, күтәренке кәйеф юлдаш булһын. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле, ихтирамлы һәм иғтибарлы булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, мул тормошта йәшәүеңде Хоҙай насип итһен. Пар ҡанатлы бәхет нурына ҡойоноп йәшәргә яҙһын.
Ҡояш кеүек балҡып йәшә,
Күңел гөлөң мәңге шиңмәһен.
Булһын ул илле, тулһын ул илле,
Бәхет биҙәһен яҡты күңелеңде.
Йәшәү ялҡыны һүнә белмәһен,
Йырлап ҡаршы ал тағы иллене!
Иң изге теләктәр менән һине яратып ҡәйенбикәң Гөлназ, бажаң Ринат һәм туғандарың Ризуан, Юлиә, Гүзәл, Ләйсән.

Автор:
Читайте нас