Даирә
+6 °С
Облачно
Байрамдар
20 Мая 2022, 10:07

Байрамдар ҡотло булһын!

Үрге Төкөн ауылында йә­шәүсе Байғусҡарова Фә­­нү­зә Рауил ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Үрге Төкөн ауылында йә­шәүсе һөйөклө тормош ип­­тә­шем, әсә­йе­беҙ, өлә­сәйе­беҙ, ҡо­ҙа­ғыйыбыҙ Байғусҡарова Фә­­нү­зә Рауил ҡыҙы ошо көн­дәрҙә күр­кәм юби­лейын бил­дә­ләй.
Һиңә, ҡә­ҙерле­беҙ, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡ­тар­ҙың иң олоһон юллайбыҙ. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Әсәй, һиңә рәхмәтебеҙҙе белдереп, беҙҙе ҡыуандырып, атайыбыҙ Хәмит Кашфулла улы менән тигеҙ, оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Хәмит, ҡыҙҙарың Оксана, Ләйсән, кейәүҙәрең Руслан, Евгений, ейән-ейәнсәрҙәрең Рафаэль, Самира, Даниэль һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйың.

Автор:
Читайте нас