

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Ҡолбахтина Зәлиә Риф ҡыҙын 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Мин тормош юлымда һине осратҡаныма яҙмышыма бик тә рәхмәтлемен, өлөшөмә төшкән көмөшөм һин. Алдағы юлдарыбыҙҙы ла иңде иңгә терәп, тигеҙ ғүмер кисерергә яҙһын.
Һәр тыуыр таң һиңә сикһеҙ шатлыҡтар, эшеңдә уңыштар килтерһен. Киләсәктә лә бар яҡлап та өлгө әсәй, ейәндәребеҙҙең яраткан өләсәләре, ғорурлығыбыҙ һәм таянысыбыҙ булып, оҙон ғүмер кисереүеңде насип итһен ине.
Беҙ һиңә бигерәк тә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тормоштоң һәр миҙгеленә һоҡланып, шатлыҡтарға төрөнөп, именлектә йәшәргә яҙһын!
Гөрләп йәшә, ҡартайыуҙы белмә,
Ҡыуаныста үтһен һәр көнөң.
Йөҙҙәреңдә булған шатлыҡ нуры
Балҡып торһон, бер ҙә һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әлфир, балаларың, ейәндәрең.