Даирә
+15 °С
Облачно
Байрамдар
20 Мая 2022, 07:47

Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Бай­дәүләтова Әлфиә Әсҡәт ҡы­ҙына

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апа­йы­быҙ, һеңлебеҙ Бай­дәүләтова Әлфиә Әсҡәт ҡы­ҙын матур юбилейы менән ҡай­нар ҡот­лай­быҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙ­ҙең, ысын күңелебеҙҙән сыҡҡан иң изге, ихлас теләктәрҙе ҡабул итеп ал. Һиңә ҡоростай сәләмәтлек, шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, йән тыныслығы, балалар игелеге күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып оҙаҡ йылдар бәхетле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
65 йыл уҙып киткән икән
Һиҙмәй-һиҙелмәй генә.
Тормош юлын һинең кеүек
Матур үтер кем генә...
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйы һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Иң изге теләктәр менән апайың Рәмзәнә, туғандарың Фәүриә, Әхмәт, киленең Айһылыу, еҙнәләрең һәм балалар.

Автор:
Читайте нас