

Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, хөрмәтле атайыбыҙ Имза Әхтәм улы Биктимеровты 55 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо уңайҙан йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Тәбиғәткә яҙ һулышы ингәндә донъяға килгәнгәлер, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Изге йөрәкле, булдыҡлы ғаилә башлығы, балаларға өлгөлө атай, таянырлыҡ кеше булыуың менән һоҡландыраһың һин беҙҙе. Ышаныслы, көслө ихтыярлы шәхес булыуыңа, тәүәккәл һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Һәр саҡ шулай тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, күрһәткән изгелектәреңдең игелеген күреп, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә Аллаһы Тәғәлә насип итһен! Киләсәктә лә шулай йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, ғаилә шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, туғандарың менән йәнәш атларға яҙһын. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйенсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Розалия, балаларың Роза, Фируз, Юлиә, Динә.