Даирә
+17 °С
Облачно
Байрамдар
21 Апреля 2022, 10:55

Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауы­лында йә­шәү­се Абдуллина Ләйсән Шәрифулла ҡы­ҙына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауы­лында йә­шәү­се һөйөклө тормош иптәшем, ҡә­ҙерле әсәйебеҙ Абдуллина Ләйсән Шәрифулла ҡы­ҙын күркәм юбилейы - 45 йәше менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙгә бәрәкәтле оҙон ғүмер, мул тормош, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, балалар ҡыуанысы, бар теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Айнур, улдарың Айгизәр, Илгизәр һәм Айназар.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым Абдуллин Айнур Нәүфил улын һәм һөйөклө киленем Абдуллина Ләйсән Шәрифулла ҡыҙын ғүмерҙәренең матур байрамы - тормош ҡороп бергә йәшәүҙәренә 25 йыл тулыу айҡанлы һәм киленем Ләйсәнде 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡот­лайым.
Ҡәҙерле балаларым! Һеҙгә донъяның бар матурлығын, ҡояш нурҙарының иң яҡтыһын, сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, ғүмерҙәрегеҙҙең иң оҙонон, бәхетегеҙҙең мөлдөрәмә тулыһын теләйем.
Баһадир кеүек өс ул үҫтерәһегеҙ. Балаларығыҙҙың киләсәктә изгелек, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, уларға кәрәк, терәк булып, тормошҡа һөйөнөп, һөйөлөп йәшәгеҙ. Яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ өсөн йәшәү өлгөһө, матур үрнәк булып, һәр саҡ изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, эшһөйәр, тәрән рухлы, кешелекле булып ҡалығыҙ. Ҡорған донъяғыҙҙа тигеҙ, парлы ғүмер кисерегеҙ, ел-дауылдар һеҙҙе урап үтһен. Тормош карабында оҙон-оҙаҡ йылдар күп юбилейҙар ҡаршылап, уңыштарға өлгәшеп, бәхеттәргә төрөнөп, абруй, хөрмәттәр яулап йәшәргә яҙһын.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең һәр саҡ тулыһын,
Ә ғүмерегеҙҙең яҡты, нурлыһын.
Оҙон-оҙаҡ, татыу йәшәгеҙ
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Бәхетлебеҙ, әгәр яныбыҙҙа
Һеҙ иҫән-һау һәр саҡ булғанда!
Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ, туғандарығыҙ Айгөл, Алмаз һәм беҙҙең балалар Айдилә, Аяз, Айдан, улдарығыҙ Айгизәр, Илгизәр, Айназар.

Автор:
Читайте нас