

Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе Вәлиев Ильяс Миңлебай улын 60 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, имен, бәрәкәтле тормош, донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Тормош иптәшең Фәнисә, балаларың Илфат, Лилиә, Ләйсән, киленең Гөлназ, кейәүең Фәйләс, ейән-ейәнсәрҙәрең Камилла, Ильяна, Асҡар.