Даирә
+13 °С
Ясно
Байрамдар
7 Апреля 2022, 05:04

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ишморатова Флү­зә Насибулла ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ, өлә­сәйе­беҙ Ишморатова Флү­зә Насибулла ҡыҙын оло юбиле­йы – 70 йәше ме­нән ихлас кү­­ңел­­дән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ, донъя­быҙ һинең менән яҡты. Алсаҡлығыңа, тормошто яра­ты­уы­ңа, көслө рухлы бу­лыуыңа һоҡланабыҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, сабыр холҡоң, бөтәбеҙгә лә хәс­тәрлекле бул­ғаның өсөн сикһеҙ рәх­мәт­ле­беҙ. Килә­сәктә лә беҙгә аҡыллы кә­ңәш­тәреңде биреп, рухи көс өҫтәп, ба­лаларыңдың изгелеген күреп, бөгөнгөләй нур сәсеп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағы бер йыл.
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин, бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең.
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән.
Кисектермәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Рәйсә, Роза, Зөһрә, Ғәлиә, кейәүҙәрең Рәмил, Флүр һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас