Даирә
+20 °С
Облачно
Байрамдар
31 Марта 2022, 06:38

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе Ишту­ға­нова Лилиә Мәхмүт ҡы­ҙына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе ҡә­ҙер­ле тормош ип­тә­­шем, әсәйебеҙ, өлә­сәйебеҙ Ишту­ға­нова Лилиә Мәхмүт ҡы­ҙын матур юбиле­йы менән их­лас күңел­дән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һин - тормошобоҙ тотҡаһы, ғаилә­беҙ усағын һаҡлаусы тоғро ҡатын, наҙлы әсәй, хәстәрлекле өләсәй ҙә. Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, имен, бәрәкәтле тормош, ҡы­уаныстарҙан ғына торған көндәр, кө­төлмәгән шатлыҡтар, донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йә­шә­үеңде теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңдә йәшәү дәрте артһын, ихлас хәстәрлегең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Беҙ һинең менән бик бәхетлебеҙ!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ихсан, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас