

Бишауыл-Уңғар ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Низамова Фәнүзә Мөҡәддәс ҡыҙын 80 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп биреү мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ! Беҙҙе үҫтергәнең, кеше иткәнең өсөн һиңә мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен! Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, шатлыҡтарын уртаҡлашып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Ҡайтҡан һайын һинең яндарыңа
Ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың.
Мең-мең рәхмәт, әсәй, тәрбиәңә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Ғүмеркәйең, әсәй, оҙон булһын,
Имен булһын донъя-йорттарың.
Бер ҡасан да һүрелмәһен ине
Усағыңда янған уттарың.
Иң изге теләктәр менән балаларың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.