

Ҡырмыҫҡалы ауылы һылыуы Лия Радик ҡыҙы Биктимерованы һәм Ҡарлыманбаш ауылы егете Айгиз Радик улы Иҫәнғоловты тормоштарындағы иң күркәм байрамдары - никах туйҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы, бергә үтер юлығыҙ һикәлтәһеҙ булһын. Ҡайнар мөхәббәтегеҙҙе һүрелтмәй, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, һөйөп-һөйөлөп, аңлашып, яҡындарығыҙға терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын,
Гел бер булһын барыр юлығыҙ.
Аҡ бәхеттәр генә яуып торһон,
Ҡотло булһын никах туйығыҙ.
Иң изге теләктәр менән өләсәйегеҙ Флүзә, әсәйегеҙ Ғәлиә, туғандарығыҙ Алмаз, Амелия,
Ғәҙелшиндар, Байдәүләтовтар, Ҡаһармановтар ғаиләләре.