Даирә
+13 °С
Ясно
Байрамдар
17 Марта 2022, 06:20

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе Курпачев Радик Рәүфил улына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, атайыбыҙ Курпачев Радик Рәүфил улын 65 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған те­ләктәребеҙҙең иң мөһиме - алдағы ғүмер юлдарың именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балала­рыңдың игелеген күреп, яҡында­рыңдың иғтибарын, ихтирамын тойоп, әсә­йебеҙ менән тыныс ҡартлыҡта ғүмер ит. Һин - беҙҙең таянысыбыҙ, кәңәш­себеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Балала­ры­быҙға ла яғымлы, хәс­тәрлекле олатай һин. Алдағы көндәрҙә лә беҙҙең шатлыҡтарға һөйө­нөп йәшәргә яҙһын ине.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын оҙаҡ йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Һине яратып, тормош иптәшең Әнисә, улың Азамат, ҡыҙың Нәркәс, киленең Рәсимә, кейәүең Динар, ейән-ейәнсәрҙәрең Азалия, Гөлназ, Илназ.

Автор:
Читайте нас