Даирә
-4 °С
Ясно
Байрамдар
4 Марта 2022, 05:10

Юбилейығыҙ менән!

Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар берлеге ағзаһы, хөрмәтле Мөхәмәтйәнов Тәлғәт Фәрит улы үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юбилейығыҙ менән!Юбилейығыҙ менән!
Юбилейығыҙ менән!

Тәлғәт Фәрит улы, Башҡорт ауыл ху­жа­лығы институтының зооинженерия фа­культетын тамамлауына ҡарамаҫ­тан, бар ғүмерен район гәзиттәре редак­ция­һында хәбәрсе булып эшләүгә ба­ғыш­ланы. Уның был һөнәрҙе һайлауы, әл­бит­тә, осраҡлы ғына түгел, ул ысын ҡәләм оҫтаһы булды. Хеҙмәттәшебеҙҙең ауыл кешеләре, ауыл тормошо, ауыл ху­жа­лығы тураһында күңел йылыһын һалып яҙған мәҡәләләрен бер тында уҡып сы­ғырға була. Яуаплылыҡ, изге күңеллелек, йомартлыҡ кеүек матур сифаттар ме­нән яуланы ул хеҙмәт абруйын. Тәжрибәле нәсихәтсе булараҡ та, ул йәш хәбәр­селәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алды.
Тәлғәт Фәрит улы, редакцияла оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә профсоюз ойош­маһы йөгөн намыҫ менән тартты. Редакцияла һәм профсоюз ойошмаһында күп йыллыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм миҙалға лайыҡ булды.
Тормош иптәше Вәзилә Зиннур ҡыҙы менән өс балаға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Улар барыһы ла үҙ ғаиләләре менән тормош көтәләр, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иткәндәр.
Хөрмәтле Тәлғәт Фәрит улы! Һеҙгә ныҡ­лы сәләмәтлек, бәрәкәтле, бәхетле ғү­мер, ғаилә именлеге, балалар шат­лыҡ­тары теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай изге күңел­ле, асыҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Хоҙай Һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән Һеҙгә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөгөҙҙө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
“Даирә”ләр.

 

 

Башҡорт ауыл хужалығы инс­титутының зооинженерия факультетын тамамлаған Тәлғәт Мө­хә­мәтйәнов үҙенең һөнәри эшмә­кәрлеген район гәзите менән бәй­ләр­мен, тип һис уйламағандыр. Хат­­та бер аҙ ваҡыт белгеслеге буйынса Ҡырмыҫҡалы ауылының инкубатор станцияһы етәксеһе булып та эшләп ала. Ләкин уны район гә­зи­те редакцияһына хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар һәм ул үҙенең көсөн һәм һәләтен һынап ҡарарға була. Бында шул тиклем оҡшай һәм Тәл­ғәт Фәрит улы баш көллө эшкә сума.
Кеше үҙенең мөмкинлек­тәрен тулыһынса аңлап бөтмәй, улар йыш ҡына эш барышында асыла. Хеҙмәттәшебеҙ менән дә шулай булғандыр, күрәһең. Ауыл хужа­лы­ғы буйынса белеме булған Тәл­ғәт Фәрит улы өс тиҫтә йылдан ашыу район гәзите бит­тә­рен­дә күмәк хужалыҡтарҙың иҡти­­садын төрлө яҡлап яҡтыр­тып килде. Бил­дәле журналист ябай хеҙмәт ал­дынғылары, биге­рәк тә ауыл уң­ған­дары тураһында күп йылы мә­ҡә­ләләр яҙҙы. Талантлы ке­ше­ләрҙең тулы бер ҡатламын ас­ты. Ул әҙерләгән “Беҙҙең иха­та”, “Тәгәрмәс”, “Ер һәм кеше­ләр” һәм башҡа махсус биттәрҙе гәзит уҡыусылар әле лә һағынып иҫкә алалар.
1990-2000 йылдарҙа ауыл ху­жа­лығы бүлеге ғәҙеллек утрауын хә­терләтте. Бында мөхәр­рир­гә яңы идеялар тәҡдим иттеләр, яңы эш башлаған йәштәргә кә­ңәштәрен бирҙеләр, ә улар, үҙ сиратында, уларҙан эшкә өйрәнде, тәжрибә тупланы. Ауыл ху­жа­лығы бүле­ген­дә төрлө мәсь­әлә­ләрҙе уртаға һа­лып тик­шерҙеләр, ә ҡайһы саҡта хатта бәхәскә инделәр. Улар район билә­мәһендә үткәрелгән ауыл ху­жалығы хеҙмәткәрҙәренең рес­публика семинарҙарын яҡ­тыр­­тырға ла өлгөрҙөләр, өлгөлө кешеләр тураһында йылъ­яҙмалар ҙа бирҙеләр. Шуны ла әйтеп үтер­гә кәрәк, улар яҙған мәҡәләләр күп кенә параметрҙар буйынса республика кимә­лендәге талап­тарға яуап бирҙе.
Юмор хисе һәр кемгә лә би­рел­мәй. Ә бына был талант ме­нән Тәлғәт Фәрит улын тәбиғәт йомарт бүләкләгән. Гәзиттең һәр яңы йыл һанында хеҙмәт­тәше­беҙ­ҙең юмористик хикәйәләре ба­ҫыл­ды. Ә юмореска яҙыу еңел тү­гел, ул көлкөлө генә түгел, шул уҡ ваҡытта тормоштоң имен бул­маған яҡтарын да сағылдырырға тейеш. Килешәһегеҙҙер, бындай жанрҙа яҙырға һәр журналистың да ҡулынан килмәй.
Шул уҡ ваҡытта Тәлғәт Мөхә­мәтйәнов тыйнаҡлығын һаҡлап ҡала, автор булараҡ, үҙ исемен күрһәтергә яратмай. Ул хеҙ­мәт­тәшебеҙгә хас төп сифаттарҙың береһе булды һәм булып ҡала ла.
Өс тиҫтә йылдан артыҡ эшләү дәүерендә Тәлғәт Фәрит улы бер ҡа­сан да карьера артынан ҡыу­ма­ны. Мөхәррир урынбаҫары ва­зи­фа­һына уны өгөтләү ҙә бик ауыр булды. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡ­ҡан­сы, ул был вазифаны ҙур яуап­лылыҡ һәм намыҫ менән баш­ҡарҙы.
Тәлғәт Фәрит улы күп йылдар дауамында изге нәсихәтсе булды һәм булып ҡала. Йәштәрҙең кү­беһе уның даими ярҙамы менән журналист һөнәрен һайланы. Улар тәжрибә туплаған кешеләр булып өлгөрҙөләр. Кемдер башҡа өлкәгә эшкә күсте, кемдер пен­сияға кит­те… Беҙҙең яҡташыбыҙ – респуб­ликаның танылған журналисы Рә­лис Ураҙғолов беренсе уҡыу­сы­ларының береһе. Алексей Гри­горь­­ев, Венер Сәғитов, мәрхүм Роберт Уразбахтин һәм бөгөнгө йәш бы­уын Тәлғәт Фәрит улы мәктәбен үттеләр.
Үҙ эшенең оҫтаһы һәм иҫ киткес тәртипле кеше менән аралашып, уға оло рәхмәтебеҙҙе ет­ке­рәбеҙ. Байтаҡ йылдар дауамында белемле, ышаныслы һәм иғтибарлы Тәлғәт Фәрит улы менән бер коллективта эшләргә тура килеүе менән мин бәхетле.
Рәмилә Сәйфуллина,
журналистика ветераны.

Автор:
Читайте нас