Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
8 Ғинуар 2023, 20:52

- 48 градусҡа еткән!

Шулай ҙа була... 

- 48 градусҡа еткән!
- 48 градусҡа еткән!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика биләмәһендә һауа торошона бәйле хәүефле күренештәр көтөлөүе хаҡында иҫкәрткәйне инде.

8 – 10 ғинуарҙа төбәгебеҙҙә сатлама һыуыҡ буласаҡ, урыны менән төндә һәм иртәнсәк –40, –42 градусҡа тиклем етәсәк, тип фаразлау дөрөҫкә сыҡты. Мәҫәлән, Белорет районының Инйәр ауылында – 48, Йөйәктә – 47, Ботайҙа – 46, Илмәштә 42 градус һыуыҡ булған.

Алдағы көндәрҙә лә ошондай һауа торошо көтөлә, шуға ла алдан һаҡланыу сараһын күрегеҙ, мейес, йылытыу ҡорамалдарын һаҡсыл, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп ҡулланығыҙ, тип иҫкәртә яуаплы ведомстволар.

Фотолар Белорет районы ауылдарының "Бәйләнештә"ге төркөмдәренән.

 
Автор:
Читайте нас: