“Почта Әсҡәт” ағай
Яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, зарланмай, үҙҙәренең тормоштары менән башҡаларға өлгө күрһәткән, ихлас хөрмәт тойғоһо уятҡан кешеләр бар. Шундай кешеләрҙең береһе, миңә туғанлыҡ ептәре менән бәйләнгән ауылдашым Әсҡәт ағай тураһында һөйләгем килә.
Ул Үтәгән ауылында Рәхмәтулла һәм Сафия Байназаровтарҙың татыу ғаиләһендә 1932 йылдың 10 ноябрендә донъяға килә. Атаһы Беренсе донъя һуғышын бергә үткән яуҙашының исеме менән уға Зимин тип ҡуша. Тик башҡорт ауылында ят булған был исем уға берекмәй, документтарҙа ғына ҡала, уны Әсҡәт тип атайҙар.
1942 йылда ун йәше лә тулып өлгөрмәгән малайҙың ауыл Советы рәйесе булып эшләгән атаһын һуғышҡа оҙаталар. Унан ул әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында һәләк була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1944 йылда әсәһе лә вафат була. Был ваҡытта ағаһы Хөрмәтуллаға - 16, Әсҡәткә - 12, һеңлеһе Гөлсөмгә - 4, ҡустыһы Рифҡәткә ярты йәш кенә була. Балаларға бөтә көнкүреш ауырлыҡтарын үҙ иңдәренә алырға тура килә. Бер аҙҙан һеңлеһе менән ҡустыһын Өфөгә балалар йортона урынлаштыралар. Үкенесә ҡаршы, әлегәсә ҡустыларының артабанғы яҙмышы билдәһеҙ булып ҡала. Әсҡәтте туған тейешле ағалары Мөхәммәт Әсфәндийәров Архангел районындағы Ҡыҫынды ауылына директор итеп тәғәйенләнгәс, үҙе менән алып китә. Бында ул мәктәптә уҡый, шул уҡ ваҡытта кочегар һәм көтөүсе булып эшләй. Шулай тырышып урта белем ала. Ә һеңлеһенең хәлен белергә ул Өфөгә йыш барып йөрөй. Балан, муйыл йыйып һатып, ваҡ-төйәк һәм ашарға алып бара. Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, шулай бер баш ҡалаға барғанында 18 йәшлек кенә егет фажиғәгә тарый: йығылып, поезға тапала һәм бер ҡулын юғалта. Бәләкәйҙән тырыш, эшсән һәм көслө рухлы булыуы уға юғалып ҡалмаҫҡа, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Әсҡәт үҙенең хәленә зарланып, мыжып, йәш түгеп ултырмай. Ихтыяр көсө табып, йәмғиәткә файҙалы кеше булып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ынтыла. 1956 йылда ул Прибельский ҡасабаһындағы почтаға эшкә урынлаша. Яуаплы, һәр эште еренә еткереп эшләргә яратыуы, кешеләр менән ихлас аралаша белеүе уға был эштә 38 йыл хеҙмәт итергә булышлыҡ итә. Ул эшләгән йылдарҙа гәзит-журналдарҙы ғына түгел, пенсияны ла почтальондар тарата ине. Бынан тыш төрлө матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу, посылка, бандеролдәрҙе алып ҡайтып таратыу ҙа уларҙың иңендә була. Ә открытка, хаттарҙың күплеген әйтеп тораһы ла түгел. Гәзит-журналдарҙы алдырыусылар күп, почта көн дә таратыла. Балалары үҫкәнсе уға бер нисә тапҡыр ҡайтып сумкаһын тултырып сығырға тура килә. «Бер ат йөгө алып ҡайта ине. Сана менән икенсе урамға алып сыға инек», - тип хәтерләй улы Тәлғәт. Яҙын-көҙөн ул велосипедта, йә мотоциклда йөрөй.
Әйткәндәй, 1958 йылда Әсҡәт Ҡарлыман ауылы һылыуы Әсмәгә өйләнә. Тормош иптәше менән татыулыҡта йәшәп, өс малайға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Матур итеп туйҙар үткәреп, һәр береһенә үҙ юлын табырға ярҙам итәләр. Улдары Тәлғәт, Рәжәп, Айҙар татыу ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереп донъя көтәләр. Тәлғәт тыуған ауылында төпләнгән, дин юлында, намаҙҙа. Аталарының күршеһендә ҙур өй һалып, ҡатыны Зөлфиә менән донъя көтә. Әсҡәт ағайҙың хәстәренә, ярҙамына бик рәхмәтле. Рәжәп менән Айҙар Өфөлә, улар төп йорттоң утын һүндермәй, сүп үҫтермәй, тәрбиәләп, тәртиптә тоталар. Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, тигән бит халыҡ. Әсҡәт ағайҙың йорт-ҡураһында ла һәр ваҡыт тәртип булды. Утын, бесән ваҡытында әҙерләнә, урам тулы мал, ҡош-ҡорт. Ат та аҫрай ул, ә ауыл ерендә йәшәүселәр был малды тик түҙемлеләр, уңғандар ғына тота алғанын белә. Әсҡәт ағай төп эшенән тыш колхозға ла ярҙам итә, етмәһә ауыл көтөүенең мәсьәләләрен хәл итеүҙе лә уға ышанып тапшыралар. Бар ергә лә өлгөр, бөтмөр булыуын күреп, ҡайһы бер ҡатындар уны ирҙәренә өлгө итеп ҡуйырҙар ине.
Әсҡәт Байназаровтың тырыш эше күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән, ә 1986 йылда уға Башҡортостандың Юғары Совет президиумы указы менән «Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы тапшырылып, хеҙмәт ветераны исемен ала.
Буш ваҡыттарында, бигерәк тә пенсияға сыҡҡас, ул балыҡ ҡармаҡларға ярата. Үкенесә ҡаршы, ошо яратҡан шөғөлө 2010 йылдың апрелендә уның фажиғәле үлеменә килтерә...
Ваҡ ҡына проблемаларын да ҙур фажиғә итеп ҡабул иткәндәргә өлгө булырлыҡ, ғүмер юлын намыҫлы хеҙмәт менән үткән, башҡаларға сыҙамлығы, ихтыяр көсө, тормошҡа һөйөүө менән үрнәк булып йәшәгән «почта Әсҡәт» ағайҙы әле лә һәр ваҡыт ихтирам менән телгә алалар.
Миңзилә ЯЗҒАРОВА.
Үтәгән ауылы.