Ысынлап та, ихаталарына аяҡ баҫып, тирә-йүнгә күҙ һалыу менән бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк тип ҡарап һоҡланып торҙом. Өйҙәренә барып ингәс тә, һоҡланыуҙан туҡтаманым. Бындай гүзәллекте булдырыу өсөн, иң беренсе сиратта, күңелең матур булыу мөһимдер. Эйе, Нурияла был сифаттар урғылып тора. Бында тормош гөрләй - өҫтәлдәге тартмаларҙа үҫентеләре баш төрткән, ултырғыстар өҫтөндә хужабикәнең ҡулдары менән бәйләнгән япмалар урын алған, табынында ашап туймаҫлыҡ ҡамыр ризыҡтары, бер бүлмәлә яңы сыҡҡан себештәр сирҡылдаша.
Бер йылдан һуң ғаиләлә ҡыҙҙары Илмира, һуңынан Элиза тыуа. Инде уларҙың икеһе лә тормошло. Илмира тәүҙә Башҡорт дәүләт авиация университетын, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия университетының физикаматематика факультетын тамамлап, Иҫке Муса урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше Айҙар Илдар улы һауа судноларына көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү начальнигы булып хеҙмәт һала. Ике малай үҫтерәләр. Данир 1-се класта уҡый, Вилдан балалар баҡсаһына йөрөй. Ауылда ҙур һәм күркәм йорт һалғандар.
Кесе ҡыҙҙары Элиза тормош иптәше Айнур Айрат улы менән Өфөлә йәшәйҙәр. Элиза “Детский мир”ҙа һатыусы, тормош иптәше эске эштәр органында эшләй. Яңыраҡ фатир һатып алғандар.
Шулай матур йәшәп ятҡанда, Хәбибуллиндарға тормош һынауҙарын да кисерергә тура килә. Ринат Вәсим улы онкология менән сирләй, ләкин улар яҙмыш һынауҙарына бирешмәй. Сәләмәтлеге сикле булыуға ҡарамаҫтан, Ринат һөйөклө ҡатынының ҙур таянысы һәм ярҙамсыһы.
Тормош иптәшем тыныс холоҡло, булдыҡлы ир, нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә. Мин уға бик рәхмәтлемен. Өй һалып сыҡтыҡ. Ҡыҙыбыҙ Элиза кейәүгә сыҡмаған ине әле, атаһы менән икәүләп өйҙө тышланылар, өй эсендәге түшәмде лә икәүләп эшләнеләр. Апайымдар менән дә аралашып торабыҙ. Ике апайым Өфөлә йәшәй. Бер апайым тыуған йортобоҙҙоң нигеҙен һыуытмай, ауылда ғүмер итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер апайым 32 йәшендә генә һыуға батып үлде. Бәләкәй генә ике балаһы тороп ҡалды. Хәҙер балалары үҫтеләр инде, - ти һүҙен дауам итеп Нурия. Шул йылдар эсендә Нурия Миҙхәт ҡыҙы ниндәй генә эштәр башҡармаған – сөгөлдөрөн дә эшләгән, халыҡтан һөт тә йыйған, магазинда һатыусы ла булған. 2023 йылда “Госстрах”ҡа страховка агенты булып урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта Арыҫлан, Аҡтүбә, Аҡкүл ауылдарына гәзит-журналдар тарата, коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларын да алып китеп түләй, мал-мөлкәттәрен дә страховкалай. “Ауыр йөк аҫып, көн барышында күпме юлдар үтергә тура килә уға. Бәхеткә, машинаһы бар, руль артында үҙе йөрөй. Эшенә бик яуаплы ҡарай, кешеләр менән итәғәтле аралаша, һәр кемдең күңеленә асҡыс таба белә. Өйгә ауырһынмайынса килеп, газға-утҡа аҡсаһын да йыя. Сәй, консерва, тоҡлап он һәм шәкәр ҡомон да алып килеп тарата. Шуға күрә ауылда уны ихлас күңелдән хөрмәт итәләр, яраталар” - тиҙәр уның тураһында.
- Гәзит-журналдарға, нигеҙҙә, оло йәштәге әбей-бабайҙар яҙыла. Минең килгәнде улар көтөп ала. Әле бөгөн генә 16 кешене “Үзән” гәзитенә яҙҙырҙым. Яҙылған кеше яҙыла инде, уларға әйтергә лә кәрәкмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер йәштәр генә бик уҡырға яратмай, - ти ул.
Эйе, Нурия Миҙхәт ҡыҙы һәр ваҡыт юлда. Ул ауыл халҡына хаттар, район һәм республика баҫмаларын ғына түгел, ә күтәренке кәйеф, йөрәк йылыһы тарата. Ул ғына түгел, Нурия Миҙхәт ҡыҙы һайлауҙарҙа ла ҡатнаша, ауыл клубында ла эшләгән, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә лә ҡатнаша. Әле яңыраҡ ҡына Илтуғанға барып ауыл халҡына бик матур концерт ҡуйғандар. “Өләсәйем һандығы” фольклор байрам сиктәрендә, Боҙаяҙ ауылында татар-башҡорт халҡының онотола барған изге байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яңыртыу һәм һаҡлау маҡсатында килен төшөрөү йолаһын күрһәткәндәр. Халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалған.
Шулай, шәхси хужалыҡтарында ла, йәмәғәт эштәренә лә өлгөрә улар. Ир менән ҡатын бергә егелеп тартһа ғына тормош гөрләп бара шул. Ә Хәбибуллиндар эшсәндәр – күпләп мал аҫрайҙар, ҙур баҡса үҫтерәләр, ҡышҡылыҡҡа бик күп ҡабымлыҡтар, ҡайнатмалар әҙерләйҙәр. Бына шулай, улар дуҫ-татыу булып, балаларына һәм йәштәргә өлгө булып ғүмер итә. Ысынлап та, бындай ғаиләләр ауылдың күрке, биҙәге. Ундай кешеләр менән аралашыу йәнгә йылылыҡ бирә.
Венера ҒАФАРОВА.