Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
8 Ғинуар 2023, 20:45

Гаишниктан ҡурҡып, ауылға инә алмағандар

Берәүҙәр килеп етмәй кире боролоп киткән, икенселәре өйҙән сыҡмай көтөп ултырған...

Гаишниктан ҡурҡып, ауылға инә алмағандар
Гаишниктан ҡурҡып, ауылға инә алмағандар

Был байрам композицияһының авторы – Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәгән Фәйзә Фәттәхова. Оҫтабикәнең эше интернет селтәрендә шунда уҡ таралды һәм күптәрҙең иғтибарын яуланы.

"Ҡарҙан яһалған был һындарҙы күреп, кешеләр өйөнә ҡайта алмай ултырған, ти. Берәүҙәр килеп етмәй кире боролоп киткән, икенселәре өйҙән сыҡмай көтөп ултырған, ҡасан китә тип, ауыл кешеләре фотоһын күрһәткәс кенә үтеп китә алғандар, ти", - тип яҙҙылар фото аҫтында.

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙәрҙә талантлы, әүҙем Учалы халҡы эшләгән башҡа һындарҙың фотоларын социаль селтәргә һалды. Район башлығы билдәләүенсә, улар ауыл халҡына байрам кәйефе бүләк итә.

"Был фотоһүрәттәргә ҡарап ҡына ла кәйеф күтәрелә. Яҡташтарыбыҙҙың ҡулдары алтын һәм идеяларға бай", - ти район башлығы.

Сығанаҡ: vk.com/bashkortostanim  төркөмө. 

Автор:
Читайте нас: