Әлеге көндә уңған хужабикәләр тырышып, бар көстәрен һалып үҫтергән уңышты йыйып, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн әҙерләгән йәиһә әҙерләү өҫтөндәләр. Ошондай хужабикәләрҙең береһе – Мырҙа ауылында йәшәүсе Гәүһәр Бикташева. Ул йәй буйы тырышып эшләгән баҡсаһынан мул уңыш алған һәм бар ғаиләгә етерлек ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ булдырған. Икенсе йылға тиклем етерлек ҡайнатмаларын, салаттарын баҙға тултырып та ҡуйған. Гәүһәр апайҙың һәр саҡ үҙе әҙерләгән һыйҙан, үҙе етештергән ризыҡтан өҫтәле һығылып тора.
- Быйыл баҡсалағы йәшелсә-емештәрем иҫ киткес күп булды, мул уңыш менән һөйөндөрҙө. Эльмира ҡыҙым менән бергәләшеп еләк, ҡарағат, алманан тәүҙә ҡайнатмалар, компоттар яһаныҡ. Шулай уҡ ҡайһыларын туңдырғысҡа һалдым. Туңдырғыстан алған емештәрҙән әллә нимәләр әҙерләргә мөмкин бит! Быйыл яландарҙа ер еләге лә ифрат күп булды. Ҡыҙым Гөлфинә еләкте үҙе йыйып килтерһә, Гөлсинә ҡыҙым һәм ейәнсәрем Мәликә менән яланға бергәләшеп йыйырға йөрөнөк. Көҙөн өлгөргән йәшелсәләремдән дә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышам. Борщ, рассольник, икра, салат, лечо яһалды, шулай уҡ ҡыяр-помидорҙы тоҙланым һәм маринадланым.
Ғүмер буйы эштә йөрөнөм, хәҙер хаҡлы ялда ер эше, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү, йыйылғанды урынлаштырыу үҙе бер мауыҡтырғыс шөғөлгә әйләнде. Иң мөһиме теләк һәм ныҡышмалылыҡ ҡына булһын. Магазиндарҙағы йәшелсә-емеш, аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда үҙең етештергәне тәме менән дә, сифаты менән дә айырылып тора. Балаларым һәм ейән-ейәнсәрҙәремде һыйларға яратам, уларға күстәнәс итеп тә бирәм, - тип һөйләне ул.
Матурлыҡты, бөхтәлекте яратҡан ҡатын өйөндә һәм урамында гөлдәр һәм сәскәләр үҫтерергә лә ярата. Ҡайҙа күңеленә оҡшағанды күрә, шуны үҙендә булдыра. Шуға ла йыл әйләнәһенә йорто һәм йәй буйы ихатаһы хуш еҫле, күҙҙе ҡамаштырған сәскәләргә күмелеп ултыра.
Гәүһәр Нурғәли ҡыҙы тормош иптәше Рәфил Мәғәфүр улы менән матур ғүмер кисерә. Ул оҙаҡ йылдар ауылдарындағы мәктәптә йыйыштырыусы, артабан магазинда һатыусы, социаль хеҙмәткәр булһа, Рәфил ағай колхозда механизатор һәм һуңғы көнөнә тиклем почтальон булып эшләй. Үҙҙәре кеүек береһенән-береһе тырыш биш бала үҫтерәләр. Уларҙың һәр береһе үҙ юлдарын тапҡан, ата-әсәне ҡыуандырып йәшәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрәләр. Тик ҡыҙғанысҡа, яңыраҡ, был мәҡәләне баҫырға әҙерләгән мәлдәрҙә Рәфил ағай йөрәк өйәнәгенән вафат була...
Алдағы көндәрҙә Гәүһәр Бикташеваға рухи көс, сәләмәтлек һәм балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.