Сахай ауылынан балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Наилә Бәҙретдинова ла ана шундай уңған баҡсасыларҙан һанала. Уның баҡсаһындағы йәшелсәләре һәм емештәре йылдан-йыл мул уңыш менән һөйөндөрә, ә урам тултырып үҫтергән сәскәләре күҙҙең яуын алып тора. Улар тирәһендә әкиәт геройҙары, төрлө һындар ҙа күркәмлек бирә.
- Ауыл ерендә йәшәгәс, барыһын да үҫтерге килә. Шуға ла көндәр буйы эштә булһам да, өлгөрөргә тырышам. Сәскәләр бик яратам, уларҙы матурлыҡ, кәйефте күтәреү өсөн үҫтерәм. Иртән тороп, тышҡа сыҡһам, улар миңә шатлыҡ бүләк итәләр. Емеш ағастарым һәм ҡыуаҡтарым да - алма, груша, сейә, ҡарағат, бөрлөгән, ҡурай еләге мул уңыш менән ҡыуандыралар. Ә кишер, һуған, ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә, ҡабаҡ һәм башҡа төрлө йәшелсәләрҙе тик үҙебеҙ өсөн генә үҫтерһәм, бәрәңгенең артҡанын йыл да һатам. Әлбиттә, килем алыу өсөн тырышырға тура килә. Һәр нимә тәрбиә ярата бит.
Март аҙаҡтарында мөгәрәптән бәрәңгеләрҙе сығарып, тәҙрә төптәренә яҡтыға төрлө һауыттарға ултыртып йәшелләндереп, шыттырам. Шулай итһәң, ергә ултыртҡас, тиҙ генә үҫеп сыға, көслө лә була. Ғүмер буйы ике төрлө бәрәңгене ултыртам, орлоҡто алыштырғаным юҡ. Бер йылда ла һынатмайҙар. Алты-ете тоҡ сәсәм дә, көҙөн утыҙ тоғон һатам. Быйыл да утыҙ мең аҡса эшләнем. Иш янына ҡуш булып ҡала. Өс улым бар: Ленар һәм Флорис үҙ тормоштары, үҙ ғаиләләре менән йәшәһә, кесе улым Данир авиация техникумының 3-сө курсында белем ала. Уны уҡытыу өсөн был аҡса ҙур ярҙам. Ҡыҙғанысҡа, аталары Ринат Мөхәмәтдин улы ун ике йыл элек яман сирҙән вафат булғайны, - тип һөйләне Наилә Наил ҡыҙы.
Бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмаған тырыш ҡатын үҫтергән йәшелсә-емештәрен банкаларға тултырып консервалап та ҡуйған. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, компоттар, салат, лечолар, тоҙланған, маринадланған йәшелсәләр – барыһын да булдырған. Уның һүҙҙәре буйынса, баҡса туйындыра ла, һөйөндөрә лә. Бынан тыш йәйҙәрен күпләп ҡош-ҡорт та аҫрарға ғәҙәтләнгән. “Үҙең етештергән ризыҡҡа етәме ни?!” - ти ул һөйөнөп.
Маҡсатлы, һәр эште еренә еткереп эшләгән Наилә Бәҙретдинова уңышты үҙ көсө, үҙ тырышлығы менән булдыра.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.