Түбәнге Төкөн ауылындағы “Ҡормаева” хужалығы ла үҙенең уңған, тырыш хеҙмәтсәндәре менән билдәле. Механизаторҙар һынатмай эшләһә, ырҙын табағында ла ҙур эштәр башҡарыла. Хеҙмәтсәндәр араһында үҙе хеҙмәт иткән хужалыҡты үҫтереүгә бар ғүмерен арнаған, инде хаҡлы ялдағы Миңнур Ҡаһирова ла бар. Хужалыҡтың исеме нисек үҙгәрһә лә, ул һәр саҡ ошо ерҙә хеҙмәт итә.
Мырҙа ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 18 йәшендә генә Түбәнге Төкөн ауылы егете Әнүәр Мәжит улына кейәүгә сыға. Килен булып төшөү менән ул ваҡыттағы Куйбышев исемендәге колхоз эшенә егелә. Тәүҙә оҙаҡ йылдар фермала һыйырҙар һауа. Ул саҡта бар эштәр ҙә ҡул көсө менән башҡарыла. Башҡалар менән бер рәттән үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙы ҡул менән һауа, һауылған һөттө биҙрәләр менән икенсе бүлмәләге һауытҡа ташый. Шулай уҡ малдарға апра ташый, аҫтарын таҙарта. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер бирәләр. Әлеге көндә барыһы ла үҙ аллы тормош көтәләр.
Почтальон булып та бер нисә йыл эшләп ала. Шуға ла матбуғатҡа һөйөүе көслөлөр, күрәһең. Бер ваҡытта ла район гәзитенә яҙылмай ҡалмай ул. Артабан хаҡлы ялға тиклем баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә. Ҡайҙа эшләһә лә, намыҫлы хеҙмәт итә. Әле лә өйҙә тик торорға яратмай. Тәүҙә сәсеүгә әҙерлек эштәрендә ең һыҙғанып көс түкһә, артабан ҡыҙыу ураҡ осоронда 70 йәшенә аяҡ баҫырға торғанда ла ырҙын табағына ярҙамлашырға эшкә йөрөй. Ашлыҡ киптереү, таҙартыу эштәрен башҡарыуҙа Миңнур Хөрмәт ҡыҙының да өлөшө бар. Иген яҡшы һаҡланһын, орлоҡ сифатлы булһын өсөн уның эше ҙур әһәмиәткә эйә. Келәт мөдире Илнур Ишемғоловтың һүҙҙәре буйынса, ул тырыш эшсе. Әйткәндәй, тырышлыҡ ҡандан да килә. Шулай булмай ни, ул бит танылған сөгөлдөрсө, Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырованың ейәнсәре!
Өҫтәлдәрҙә икмәк булһын өсөн күпме хеҙмәт һәм көс талап ителә. Үҙенең дә ошо мөһим эшкә хеҙмәте һалыныуына Миңнур Ҡаһирова сикһеҙ ғорурлыҡ хистәре кисерә.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.