Даирә
+20 °С
Дождь
Ауыл уңғандары
27 Апреля 2022, 11:51

Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр

Игенселәр өҫтәлдә икмәк бул­һын өсөн ал-ял белмәй тир тү­гә. Улар йылдың һәр миҙ­ге­лен­дә лә ошо йүнәлештә эшләй: техника ремонтлап, алдағы ба­ҫыу эштәренә әҙерләй, шулай уҡ эш араһында ҡушылған башҡа эштәрҙе лә башҡара.

Алтын утта һыналыр,  әҙәм эштә һыналырАлтын утта һыналыр,  әҙәм эштә һыналыр
Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр

“Шаиморатов” йәм­ғи­ә­­те­нән Рәсим Моратшин 42 йыл тыуған ерендә хеҙмәт итә һәм йылдан-йыл алдын­ғы­лыҡ­ты бир­мәй. Эш дәүерендә ауыл хужалығы эшсәндәре ара­­һын­да данлыҡлы механизатор бу­лып таныла ул. Фиҙаҡәр хеҙ­мәте өсөн етәкселек тарафынан юға­ры баһалана. Шу­лай, “Баш­ҡортостандың ат­ҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙ­мәткәре” ти­гән маҡтаулы исем ала, БР Президенты М.Рә­химов исе­ме­нән Рәхмәт хаты, СССР ха­лыҡ хужалығын үҫтереүҙә күр­һәткән уңыш­тары өсөн брон­за миҙал, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн” бил­дәһе, шулай уҡ йыл һайын тиерлек район хакимиәтенән, үҙе эшләгән хужалыҡтан Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүе күп нимәләр ту­ра­һында һөйләй.
Тәжрибәле механизатор­ҙың һәр саҡ техникаһы төҙөк, эш­кә әҙер була. Баҫыу эш­тә­рен­дә - сәсеү, тәрбиәләү һәм уңыш йыйыу – барыһы ла уның ҡатнашлығынан башҡа уҙмай. Ул тракторы менән ер һөрә, культивация үткәрә, ерҙе йомшарта, иген тейәй, сәсә, тиреҫ сығара... Ә инде 15 йыл элек уға сит ил маркалы JCB тракторы ышанып тапшыры­ла. Уның тейәгес ҡоролмаһы ярҙамында баҫыуға сәсеү өсөн орлоҡ, мал аҙығы өсөн төр­гәк­ле һалам-бесән ташый. Рәсим Әсхәт улы ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыуға ет­ди иғтибар биреп, фиҙаҡәр хеҙ­мәт итә һәм ҙур уңыштарға, юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Тормош елдәренең ҡайһы яҡ­ҡа иҫеүенә, ауыл хужалығында ниндәй үҙгәрештәр булыуына ҡарамаҫтан, Рәсим Моратшин тыуған еренә һәм механизатор һөнәренә тоғро ҡала. Тыуған ере­нә, крәҫтиән хеҙмәтенә һө­йөүе килеп сыҡҡан ауыр­лыҡ­тар­ҙы, кәртәләрҙе еңеп сығыр­ға ҡеүәт бирә.
- Бер ваҡытта ла тыуған ауы­лымдан китергә уйламаным. Үҙ еремә һөйөү хистәре ғү­мер буйы миңә ошонда ты­ры­­шып хеҙмәт итеүгә көс би­рә. Ғөмүмән, иртә таңдан эш­­кә барып, алға алған бурыс­ты үтәргә күнеккәнмен. Үҙем­де ер кешеһе тип иҫәпләйем, башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Механизатор хеҙмәте миңә уҡыусы саҡ­тан таныш. Иген һуҡҡан ком­­­байн­да комбайнсы ярҙам­сыһы булып эш­ләнем, - тип һөйләне тынғыһыҙ ялан батыры.
Рәсим Моратшин һәр йыл­да ла илебеҙҙе ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеү­гә үҙ өлөшөн лайыҡлы ин­дерә. Әлеге көндәрҙә игенсе сәсеү эшенә дәртләнеп то­тонған.
Баҫыуҙарҙа төрлө техникалар гөрләй. Киләһе уңыш өсөн ауыл эшсәндәре күп көс түгә. Ә бәрәкәтле ер уларҙы уңышы менән ҡыуан­дырыр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас