Район торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә район үҙәгендә был проблема өҫтөндә тәүлек әйләнәһенә ең һыҙғанып тырышып эшләйҙәр. Уңайһыҙлыҡтар булмаһын өсөн ҡеүәтле техникалар йәлеп ителә. Улар юлдар ярып, тиҙ арала таҙартып та ҡуя. Шулай уҡ хужалыҡ хеҙмәтсәндәре көрәк тотоп, тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәрен башҡара. Ваҡытында асылған юл проблема тыуҙырмай – балалар мәктәпкә, өлкәндәр эшкә йә башҡа үҙ мәшәҡәттәре менән берәй ергә ашыға.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ иңенә урам араларын тәртиптә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Быйыл да һәр йылдағыса хужалыҡтың хеҙмәткәрҙәре юлдар таҙа булһын өсөн бөтә көстәрен һала.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.