Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
28 Ғинуар , 15:08

Ауылы өсөн янып йәшәй

Һәр ауылдың үҙ мәсьәләләре һәм мәшәҡәттәре була. Элек улар менән колхоз рәйесе, бригадир, профсоюз ойошмаһы һәм башҡалар шөғөлләнһә, хәҙерге заманда старостаға яуаплылыҡтың ҙур ғына өлөшө тура килә. Улар халыҡҡа тотҡа, урындағы хакимиәткә ярҙамсы булып тора. Тап староста ауыл халҡын власть менән бәйләүсе ролен үтәй. Ниндәй яңылыҡ, эшләнәһе эштәр булһа ла, иң беренсе, әлбиттә, староста хәбәрҙар була.

Ауылы өсөн янып йәшәй
Ауылы өсөн янып йәшәй

Ҡустығол ауылында теүәл ике йыл элек абруйлы, ойоштороу һәләтле, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән Рәшит Хөсәйеновҡа ышаныс күрһәтеп, ауыл старостаһы итеп һайлап ҡуялар.
- Халыҡтың проблемаларын сисер өсөн ризалаштым. Ауыл­даштарымдың өмөттәрен аҡ­лар­ға тырышасаҡмын, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Кешеләр менән дә, ауыл хакимиәте менән дә уртаҡ тел табырға тырышам. Иң тәүҙә мәңгелек йорт - зыяратты кәр­тәләтеү эшенә тотондом. Дөйөм эш өсөн ватсап аша әңгә­мә­лә­шеп торҙоҡ. Һәр йорттан берәр мең һум аҡса йыйҙыҡ. Ҡайһы берәүҙәр мөмкинселектән фай­ҙаланып, йорттарҙан һәр кеше ба­шына ла тапшырҙылар. Алыҫ­та йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы, улар араһында ҙур ғына сумма ебәреүселәр ҙә булды. Байтаҡ ҡына күләм аҡса йыйылды. Осраҡлы ғына дауаханала бер ҙур компанияға етәк­селек иткән Әйүп Багиров менән танышып киткәйнем. Ул үҙ яғындағы ауылында асфальт һалдырыуы тураһында һөйлә­гәй­не. Танышымдың изге кү­ңел­лелеген, йомартлығын бе­леп, уға ла ярҙам һорап мөрә­жәғәт ит­тем. Үтенесемде кире ҡаҡманы һәм штакетникка аҡса күсерҙе. Ҡарлыман ауыл Советынан аҡса бүленмәһә лә, ха­кимиәт башлығы Азат Марат улы ла үҙ кеҫәһенән аҡсалата яр­ҙам итте. Рөстәм Рәхимов шәхси тракторында эшләһә, Фәрғәт Рәхимов иретеп-йә­бештереү, бол­гарка менән эш­ләү өсөн үҙе­нең генераторын, Илгиз Насретдинов бурын би­реп торҙо. Ауыл­даштарыбыҙҙың бер­ҙәм­ле­ге һәм ихлас күңелдән ярҙам ҡу­лын һуҙыусылар арҡаһында ни­­әт иткән эшебеҙ баш­ҡа­рылды.
Эште мәңгелек йорттан баш­лағас, бар нимә лә ыңғай китте. Беҙҙең ауылыбыҙ тирәһендә йылға-күлдәр юҡ. Шуға ла быуа бик кәрәк ине. “Уңыш” йәм­ғиә­тенә мөрәжәғәт иткәс, улар тиҙ арала соҡоп та ҡуйҙы. Быны­һы­на халыҡтан аҡса йы­йырға тура килмәне. Тағы ла бер проблема бар - ауылға газ үтмә­гән. Әлеге ваҡытта ошо мәсь­ә­ләне хәл итеү буйынса йөрөйөм, - тип тыуған төйәге өсөн янып-көйгән Рәшит Ғиндулла улы тәфсирләп һөйләне.
Рәшит Хөсәйенов ошо ауыл­да тыуып үҫә. Мәктәптә үк механизатор һөнәрен үҙләштерә. Һәр ир-егет кеүек Тыуған ил ал­дын­дағы бурысын да үтәй. Артабан Стәрлетамаҡ техникумында агроном белгеслегенә уҡый. Лә­кин үҙгәртеп ҡороуҙар баш­лан­ғас, уға һөнәре буйынса эш булмай. Шуға ла уға тыуған колхозында механизатор ҙа, иҫәп­се лә, ферма мөдире лә бу­лырға тура килә, ферма бөткәс, Өфө ҡалаһында һаҡсы була. Әлеге көндә ир шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә: һыйырҙар, үгеҙҙәр, һарыҡтар тота. Ҡатыны Рәмилә Мәҡсүм ҡыҙы Зубово инфекци­он дауаханаһында шәф­ҡәт тута­шы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙҙары Лилиә кулинарға уҡыһа, Ильяс - хәрби музыкант. Ейәндәре Искәндәр бар. Хө­сә­йеновтар ғаиләһе йәштән генә тол ҡалған әсәһе Әнисә Мөхә­мәтйәр ҡыҙы менән бергә та­тыулыҡта йәшәйҙәр.
Ошонда тыуып үҫкән ир ауылын бик ярата, уның проблемалары өсөн борсола, тирә-яғында йәйрәп ятҡан уң­­ды­­рышлы ерҙәре һәм бесәнле туғайҙары менән ғорурлана. Уның һүҙҙәре буйынса, Ҡус­тығолда 50 йорт, буш өйҙәр ҙә бар. Эш менән ауырыраҡ, шуға күрә баш ҡалаға, Себер тарафтарына йөрөп эшләүселәр ҙә, шулай уҡ крәҫтиән-фермер хужалығы һәм шәхси ярҙамсыл хужалыҡ менән көн күреүселәр ҙә бар. “Миңә мал тотоп йәшәүе бик оҡшай. Башҡалар ҙа мал­сы­лыҡ менән шөғөлләнһен ине. Тырышҡан кешегә йәшәргә бу­ла. Ауы­лыбыҙҙа йәшәү өсөн шарт­тар, тирә-яҡта таҙалыҡ һәм тәртип булыуын теләйем. Ауыл­даш­та­рыбыҙ берҙәм, татыу. Эш­те кү­тәреп сыҡһаң, ҡушылырға ғына торалар”, - ти ул.
Дөйөм эш өсөн янып йәшә­гән, проблемалары өсөн борсолоп, уны атҡарып сығарыу юл­­дарын эҙләгән старостанан ҡустығолдар ысын мәғәнәһендә уңа. Төрлө һорауҙар менән уға йыш шылтыраталар, мәҫәлән, газ балонын килтереү, ҡыш­тарын юлдарҙы таҙартҡанда әҙ генә тотҡарлыҡ була ҡалһа ла, уға мөрәжәғәт итәләр, тәҡ­дим­дәрен дә әйтәләр. Ул инде ауыл хакимиәте башлығына был мәсь­әләне хәл итергә кәрәк­ле­ген еткерә. Эйе, берҙәм булғас, донъяуи мәсь­әләләр хәл ителә бара. Яҙын урам, ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса өмә­ләр уҙғарыу, төҙөкләндереү, көтөүҙө ойоштороу булһынмы, барыһы ла старостанан башҡа уҙмай.
Яуаплы, тынғыһыҙ, аралашыусан һәм кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә алған ир нимәгә тотона, ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас в