Оло йәштәге балерина үҙе ҡулланған рецепт менән уртаҡлашты.
“Миңә әле 80 йәш. Ҡасандыр бик әүҙем, ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәй инем. Мюзик-холда эшләнем. Гастролдәр, репетициялар, сығыштар... Ҡайһы берҙә көсөргәнештән быуындар һыҙлай ине, ә дауаланырға ваҡыт юҡ. Аяҡтарым һыҙлауға зарланғас, коллегаларымдың береһе ошо рецепты бирҙе.
Бер ҡалаҡ ҡоро гәрсис, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, бер аш ҡалағы бал алына. Ҡайнап ултырған эҫе һыу (быу) өҫтөндә тотоп, барыһын бергә болғарға.
Килеп сыҡҡан ҡатнашманы һыҙлаған урындарға һөртәргә. Был рецепт беҙҙең коллективта бик популяр булды, шуға күрә уны һеҙгә лә тәҡдим итәм”.
ИҒТИБАР! Халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Мәҡәлә таныштырыу маҡсатында яҙылды.
“ЗОЖ” баҫмаһынан.
Фото: ru.pinterest.com