Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Ноябрь , 08:57

Теш пастаһын дөрөҫ һайлайһыңмы?

Һәр теш пастаһы һауытында төҫлө дүртмөйөш була: йә ҡара, йә ҡыҙыл, йә күк, йә йәшел. Был осраҡта төҫтәр нимәне аңлата. Кәңәш - түбәндәге яҙмала.

Теш пастаһын дөрөҫ һайлайһыңмы?
Теш пастаһын дөрөҫ һайлайһыңмы?

Бөгөн магазинда ниндәй генә теш пасталары һатылмай: йәнең теләгенеңде һайлап ал! Баҡтиһәң, уның да үҙ серҙәре бар икән. Һәр теш пастаһы һауытында төҫлө дүртмөйөш була: йә ҡара, йә ҡыҙыл, йә күк, йә йәшел. Был осраҡта төҫтәр нимәне аңлата һуң?

Йәшел дүртмөйөш пастаны етештергәндә тәбиғи сеймал ғына ҡулланылыуы тураһында һөйләй. Был шулай уҡ косметик тауарҙарға ла ҡағыла.
Күк төҫлө дүртмөйөш тәбиғи сеймал менән бергә химик компонент та барлығын иҫкәртә.
Ҡыҙыл квадрат икән, тимәк, бында химик элементтар өҫтөнлөк итә тигән һүҙ. Бындай пастаны йоторға ярамай.
Ҡара төҫлө дүртмөйөш һүрәтләнһә, ул - пастаның тотошлайы менән химик элементтарҙан ғына тора икәнлегенә күрһәткес. Был тюбик иң хәүефлеһе тип иҫәпләнә.

Шуға күрә, теш пастаһын һайлағанда ла бик иғтибарлы булығыҙ! Һаулығығыҙ - үҙ ҡулығыҙҙа икәнлеген онотмағыҙ!

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
 
 
Башҡортостан  гәзите сайтынан.
Автор:
Читайте нас: