Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Ноябрь , 16:25

Көн һайын ете бөртөк миләш ашағыҙ

Йырсы шулай кәңәш итә. Ашар алдынан, әммә...    

Көн һайын ете бөртөк миләш ашағыҙ
Көн һайын ете бөртөк миләш ашағыҙ

Билдәле татар йырсыһы Резеда Шәрәфиева, быйыл миләш уңды, ти һәм уны һаулыҡ өсөн ашарға тәҡдим итә. 

- Көн һайын ете бөртөк миләш ашағыҙ! Уның составында витаминдар күп, А һәм С, уны аҙ ҡанлылыҡтан, йөрәк ауырыуҙарынан, диабеттан һәм хәлһеҙләнгәндә ҡулланалар. Киптереп төнәтмә яһаһағыҙ ҙа шәп. Шулай уҡ миләш бөйөрҙәрҙә таш булғанда, нефрит, ревматизм кеүек ауырыуҙар ваҡытында булыша.

Ашарға ярты сәғәт ҡала ашарға, әммә ас ҡарынға түгел. Сәләмәт булайыҡ. Матур булайыҡ, - ти ул.

ИҪКӘРМӘ. Был мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Һәр осраҡта ла медицина күрһәтмәһе бар. Миләште табип менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡулланығыҙ.

Сығанаҡ: 1001 кәңәш төркөмө.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: