Бер нисә йыл элек төнөн аяҡтар һыҙлап ыҙалата башланы. Ҡайһы берҙә мин уларҙы ҡайҙа тығырға, нимә эшләтергә белмәй инем. Һөҙөмтәлә – йоҡоһоҙ төн, арыу һәм ярһыу.
Аяҡтар - беҙҙең организмдың төп терәге бит. Эҙләнә торғас, аяҡтарым өсөн дауа таптым.
Тасҡа йәки биҙрәгә 2 литр самаһы йылы һыу ҡойоп, кер һабыны һалып, һыу һөт кеүек ап-аҡ булғансы иҙегеҙ (хуш еҫле һабындар ярамай!). Ошо ҡатнашмаға бер ус аш содаһы һәм диңгеҙ тоҙо өҫтәгеҙ һәм яҡшы итеп болғатығыҙ. Артабан сәйнүктән аяҡтарығыҙ түҙә алған температураға тиклем эҫе һыу өҫтәгеҙ һәм 10 тамсы йод тамыҙығыҙ. Ошо ҡатнашмаға аяҡтарҙы 15 минут тығып ултырығыҙ. Артығы ярамай, юғиһә, кире процесс башланасаҡ!
Аяҡтарҙы таҫтамал менән ҡоротоп, крем йәки мазь (зәйтүн майы ла мөмкин) һөртөргә, табандарға массаж яһарға һәм йөн ойоҡбаш кейеп йоҡларға ятырға. Әҙер ҡатнашманы 3 тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Һәр осраҡта йылытырға һәм тағы ла 10-шар тамсы йод өҫтәргә. 3 тапҡырҙан һуң яңы ҡатнашма әҙерләргә. 10-12 процедура яһағыҙ (йәғни 10-12 көн эшләргә). Артабан тәнәфес яһағыҙ, кәрәк тип тапһағыҙ, ҡабатларға мөмкин.
ИҒТИБАР! Кемдең ҡан тамырҙары (варикоз һәм тромбофлебит) менән проблемалары бар, ҡатнашманы эҫетмәгеҙ, ә йылы итеп эшләгеҙ.
Мин беренсе процедуранан һуң уҡ тыныс йоҡланым, ә 10 процедуранан һуң аяҡтарымдың нисек ауыртыуын оноттом. Дауалауҙы хәҙер ҡайһы берҙә ҡабатлап алам.
ИҪКӘРМӘ! Дауалау курсын башлар алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ! Сәләмәт булығыҙ!
Сығанаҡ: “Семейное здоровье” төркөмөнән.