Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Август , 11:09

Был насар ғәҙәт һимереүгә илтә

Юҡ, һүҙ саманан артыҡ ашау тураһында бармай...

Был насар ғәҙәт һимереүгә илтә
Был насар ғәҙәт һимереүгә илтә

Дуҫтар, ә һеҙ ваҡытында йоҡларға ятмау, йоҡо туймау һимереүгә илткәнен белә инегеҙме? Тәү ҡарашҡа артыҡ ауырлыҡ менән йоҡо сифаты араһында бәйләнеш юҡ кеүек, әммә шулай ҙа йоҡо туймау кәүҙәнең матурлығына ҙур йоғонто яһай.

  • Аппетит көсәйә. Әгәр кеше аҙ йоҡлаһа, уның тәнендә гормональ баланс боҙола, йәғни, нәфсене баҫа торған лептин кимәле төшә, шуға күрә йоҡламаған кешеләрҙә аппетит уяна, бигерәк тә ябай углеводтар һәм шәкәрле аҙыҡтар ашау теләге көслө була.
  • Организм “зарарлы” аҙыҡ һорай. Аҙ йоҡлаған кеше, ризыҡтың сифаты һәм туҡлыҡлылығы тураһында артыҡ уйланмай, майлы һәм юғары калориялы ашамлыҡҡа ынтыла. Йоҡоһоҙлоҡтан кешеләр чипс, сөхәри, тәм-том ашарға әүәҫ.
  • Физик әүҙемлеккә хәл ҡалмай. Йоҡоһо туймаған кеше һүлпәнгә әйләнә, көсө һәм энергияһы булмай, шуға күрә физик әүҙемлеге зыян күрәсәк. Уның күнекмәләргә барырға йә йәйәү йөрөргә теләге булмай, ни бары ял иткеһе генә киләсәк.
  • Стресс кимәле арта. Хәҙерге заман кешеһенең тормошо стресс һәм тулҡынланыу өсөн сәбәптәр менән тулы, ә йоҡоһоҙлоҡ беҙҙең эмоциональ торошобоҙҙо тағы ла насарайта. Стрестан арыныр өсөн беҙ күп итеп тәм-том, калориялы ризыҡтар ашай башлайбыҙ. Һөҙөмтәлә стресс ни тиклем юғарыраҡ була, шул тиклем күберәк ашап һимерәбеҙ.
  • Йоҡо насарая. Бында ла шул уҡ хәл: йоҡоһоҙлоҡтан интеккән һайын, стресс хәүефе арта бара. Һеҙҙең бөйөр өҫтө биҙҙәре адреналин һәм кортизол етештереүҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡан баҫымы, шәкәр, холестерин күтәрелеп, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе арта, йоҡо тағы ла насарая. Һөҙөмтәлә беҙ һимерәбеҙ, һаулығыбыҙға бәйле проблемалар барлыҡҡа килә, был иһә стресты тағы көсәйтә, шуға күрә йоҡо сифатын ваҡытында яйға һалыу һәм был хәлдән тиҙерәк сығыу мөһим.

Автор фотоһы.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: