Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Апрель , 10:31

Рөстәм Нәбиев суд ҡарары менән риза түгел

"Эш аҡсала ла түгел, ә..."    

Рөстәм Нәбиев суд ҡарары менән риза түгел
Рөстәм Нәбиев суд ҡарары менән риза түгел

2015 йылда Омскиҙа казарма емерелеүҙән зыян күргәндәргә әхлаҡи зыянды компенсациялау буйынса Мәскәүҙә суд ултырышы үткән.

Белеүебеҙсә, ҡот осҡос ваҡиғала 24 кешенең ғүмере өҙөлдө. Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев инвалид булып ҡалды. Әлеге судта уға килтерелгән әхлаҡи зыян бер миллион һумға баһаланған. Блогер был ҡарарҙы аппеляцияға бирергә ниәтләй.

– Йәрәхәт алыу – бер, ә уның менән ғүмер буйы йәшәү – икенсе төрлө хәл. Әлбиттә, быны бер ниндәй аҡса менән дә тулыландырып булмай. Эш аҡсала ла түгел, ә ғәҙеллек һәм әхлаҡ менән бәйле. Кеше ғүмеренең бер ни ҙә тормауы мине ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Был донъяла һәр кем үҙе өсөн. Мөғжизә көтмәгеҙ. Уны үҙегеҙ булдырығыҙ, – тигән социаль селтәрҙә Рөстәм Нәбиев.

Фото: rustam_nabiev92

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: