Даирә
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Онкологияға килтереүе ихтимал...

Ошо витаминдың етмәүе етди ауырыуҙарға килтереүе мөмкин, ти табип...    

Онкологияға килтереүе ихтимал...
Онкологияға килтереүе ихтимал...

Эндокринолог, медицина фәндәре кандидаты Наталия Тананакина D витаминының етмәүе етди ауырыуҙарға – балалар рахитына, онкологияға, остеопорозға, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына килтереүе ихтималлығы тураһында һөйләне.

Шулай уҡ витамин организмда тейешле кимәлдә булмаһа, мускул тонусы, мускул һәм һөйәк ауыртыуҙары,тырнаҡтарҙың һәм сәстәрҙең тиҙ һынып барыуы күҙәтелә, тине табип.

Уның һүҙҙәренсә, D витамины кимәле ҡандың биохимик анализы барышында билдәләнә. Дефицит асыҡланһа, белгестәр витамин комплекстарын тәғәйенләй.

– Витаминдарҙы пациенттың хәлен иҫәпкә алып тәғәйенләйҙәр, сөнки уны ҡулланыу буйынса сикләүҙәр ҙә бар, – тине Наталия Тананакина.

D витамины етмәһә, рационға балыҡ майы, һөт ризыҡтары, йомортҡа һарыһы, бәшмәктәр индерергә кәрәк. Һыуыҡ осорҙа кеше организмы юғалтҡан витаминдарҙы һәм микроэлементтарҙы тулыландырыу өсөн туҡланыу рационына төҙәтмәләр индереү мөһим, тигән фекерҙә табип.

 

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: