"Аяғыма үксә тибенгеһе (тауыҡ тырнағы ла тиҙәр) сығып ыҙалата. Кискелеккә шул тиклем ныҡ һыҙлай, оҙаҡ атлап йөрөһәм дә ауырта. Мазь-кремдар ауыртыуҙы ғына баҫа, ә тотош ҡотолоп булмай. Халыҡ медицинаһында ниндәйерәк дауалау алымдары бар икән?" тип яҙҙы Мәҙинә М..
Уның үтенесенә яуап итеп, бына ошондай дауалау алымдары тәҡдим иттеләр.
Гөлзиә Баймырҙина: "Ҡыҙҙар, мин шпораны былай дауаланым: сей бәрәңгене йоҡа ғына итеп турарға, өҫтөнә – әҙерәк бал, бал өҫтөнә ике аспирин таблеткаһын иҙеп һалырға. Ошоно ауыртҡан урынға һалып, өҫтөнән полиэтилен ҡапсыҡ һәм йылы ойоҡбаш кейергә. Мин төнгөлөккә кейеп ятып, икенсе көн төшкә тиклем сисмәнем. Шунан йыуып, аяҡ өсөн тәғәйен крем һөрттөм. Ике-өс тапҡыр эшләгәндән һуң бөттө. Файҙаһы тейһен!"
Мәрйәм: "Үксә тибенгеһе сыҡҡас, аяғымдың шул урынына малдың үтен һөрттөм. Һыйыр, һарыҡ малының үте яҡшыраҡ, әммә булмаһа, ҡош-ҡорттоҡо ла бара. Ауылда һуғым мәле ине, күрше-тирәнән дә алып туңдырып, һуңынан ҡулландым. Үт күп булһа, сөм һауытҡа һалып, үксәне тығып ултырырға ла мөмкин. Шулай уҡ үксә менән ҡаты әйбер, мәҫәлән, шешә, йомро таяҡ әйләндереү ҙә һөҙөмтә бирә. Шифаһын күрегеҙ!"
Мәғлүмәттәр таныштырыу маҡсатында бирелде. Сирләгән осраҡта, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Фото: medicalcase