Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Иң файҙалы йәшелсә

Ул А, С, Е, В1, В2, РР витаминдарына, калий, кальций, фосфор, тимер, натрий, баҡыр, магний, йод, марганец, бор, хром кеүек минераль матдәләргә, фолий кислотаһына, тиаминға, рибофлавинға бай.

Иң файҙалы йәшелсә
Иң файҙалы йәшелсә

Мичиган ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был йәшелсә гүзәл затты онкология ауырыуҙарынан һаҡлай.

Кәбеҫтә ғалимдар өсөн ысын табышҡа әүерелә. Уның нигеҙендә түш яман шешенән дарыу уйлап табылыуы ихтимал.  Күсәнле йәшелсәләге   сульфорафан  тигән матдә зарарланған күҙәнәктәргә таралыуға юл ҡуймай һәм  сәләмәтлеккә зыян килтермәй генә юҡҡа сығарырға һәләтле.  Билдәле булыуынса, онкология сирен  дауалауҙың заманса ысулдары яман шеш  күҙәнәктәрен үлтермәй, шунлыҡтан химотерапия курстары үткәндән һуң да ауырыуҙың көсәйеүе ихтимал.   Брокколи менән үткәрелгән тәжрибәләр был йәшелсәне даими ҡулланған ҡатын-ҡыҙҙың организмында ямаш шеш күҙәнәктәренең иҫәбе күпкә ҡыҫҡарыуын күрһәткән. 

Брокколи А, С, Е, В1, В2, РР витаминдарына, калий, кальций, фосфор, тимер, натрий, баҡыр, магний, йод, марганец, бор, хром кеүек минераль матдәләргә, фолий кислотаһына, тиаминға, рибофлавинға бай. Ул организмдан ҡалдыҡтарҙы сығара, целлюлитҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, атресклероздың үҫешен тотҡарлай, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, сәстәрҙе нығыта, ҡартайыу процесын әкренәйтә, хатта «бахмур»ҙан ҡотҡара.

Бөгөн һәр сауҙа нөктәһендә тиерлек һатылған был кәбеҫтә   туҡланыу рационын төрләндерергә ярҙам итә. Уны балыҡ, бәшмәк, картуф һәм башҡа йәшелсә менән ҡушып әҙерләргә мөмкин. Ғәҙәттә уны һыуҙа бешерәләр.  Тоҙло һыуҙа 5 – 7 минут ҡайнатыу ҙа етә.  Туңдырылған кәбеҫтәне иһә 10 – 12 минут бешерергә кәңәш ителә. Сей килеш төрлө салатҡа ҡушырға мөмкин.

Шулай ҙа уны күпләп файҙаланырға ярамай, һәр нәмәлә сама белеү кәрәк.

Фото: championat.com

Автор:
Читайте нас: