Даирә
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ХУШАФ - ФАЙҘАЛЫ ЭСЕМЛЕК

Һөттәге финик—көс-ҡеүәт биреүсе эсемлек. Уны көн дә иртәнсәк эсһәгеҙ, көн буйына энергияғыҙ ташып торор. Ул тәме менән туңындырманы хәтерләтә.

Һөттәге финик—көс-ҡеүәт биреүсе эсемлек. Уны көн дә иртәнсәк эсһәгеҙ, көн буйына энергияғыҙ ташып торор. Ул тәме менән туңындырманы хәтерләтә. Ололар ҙа,балалар ҙа оҡшата. Финикта минералдар, А һәм В төркөмө витаминдары, микроэлементтар бик күп. Калий--йөрәк, селен иммун системаһы өсөн яҡшы. Финикта холестерин юҡ.

Был эсемлекте әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк: 20 бөртөк финик емеше, 600 мл һөт, 0,5 сәй ҡалағы ванилин, 2 аш ҡалағы шәкәр, семтем тоҙ.

Шәкәр һалмаҫҡа ла мөмкин. Эсемлектең тәме финиктың сортына бәйле. Тәүҙә емеште йылы һыуҙа йыуығыҙ, эсенән төшөн алығыҙ. Финик һалынған һөттө ҡайнатығыҙ. Һөт крем төҫөнә инеп китә. Уны һыуынғансы ултыртып тороғоҙ. Балаларға йылымыс килеш бирергә лә була.

Хушафты һөҙмәҫкә лә мөмкин, финикты блендерҙа иҙһәгеҙ, уны ҡалаҡлап ашарға ла була.

 

 

 

https://ataisal.com/articles/khuzhabik-g/2024-03-18/hushaf-fay-aly-esemlek-3689690?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=39548826

 

Автор:
Читайте нас: