Ул әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ ауыр дәрәжәләге преэклампсия менән ыҙалаған. Табиптар, әсә йөклөлөктөң 26,1 аҙнаһында булғанда, ашығыс рәүештә операция яһарға ҡарар иткән.
Сабый донъяға килгәс тә уны ныҡлап тәрбиәләй башлайҙар, сөнки ҡыҙҙың эске органдары үҫешеп бөтмәгән була. Өҫтәүенә икенсе тәүлектә балала инфекция табалар.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, табиптар декабрь башынан уҡ сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшә. Ҡыуанысҡа ҡаршы, ҡыҙ бала үҙе лә көслө булып сыға: үҙен көндән-көн яҡшыраҡ тоя башлай.
Әлеге ваҡытта ҡыҙға ике ай тулған да инде. Ул яңы тыуған сабыйҙар патологияһы бүлексәһендә ауырлыҡ йыйыуын дауам итә. Әсәһе лә янында – ҡыҙына дауаланырға ярҙам күрһәтә.
Фото: Республика клиник перинаталь үҙәгенең матбуғат хеҙмәте