Панкреатиттан:
*Ҡарабойҙай ярмаһын он хәленә еткәнсе иҙергә, бер стакан ҡатыҡҡа бер-ике ҡалаҡ ошо ондо һалып, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк шуны иртәнге аш урынына ашарға;
*200 мл һыуға 20 г ваҡланған уҫаҡ ҡайырыһы һалып, пар өҫтөнә ҡуйып 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан бер тәүлек төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Дисбактериоздан (антибиотиктар менән дауаланғандан һуң):
Бер литр һөттө ҡайнатып, 100 мл банкаларға ҡойорға һәм бүлмә температураһына еткәнсе һыуытырға. Бер тәүлектән һуң һөт ойоғас, уға һарымһаҡ һөртөлгән бер нисә киҫәк киптерелгән икмәк (сухарик) һалырға. Һыуытҡыста һаҡларға һәм бер көн эсендә яйлап ашарға.
ФотоТ.Аманов.