Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Ғинуар , 10:55

Уны тылсымлы эсемлек тиҙәр

“Был рецепт тураһында интернетта уҡыным да яһап эстем. Аллаһтың ярҙамы менән файҙаһы булғандыр, тип уйлайым, үҙемде йыл буйы яҡшы хис иттем.

Уны тылсымлы эсемлек тиҙәр
Уны тылсымлы эсемлек тиҙәр

Уны әҙерләү өсөн ни бары өс әйбер – һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһе (яблочный уксус) генә кәрәк. Был ҡатнашма борон-борондан билдәле булған, күп кенә ауырыуҙар менән көрәштә көслө ҡорал булып тора, астма, гипертония, түлһеҙлек, енси көсһөҙлөк, хатта ракка ҡаршы ла ҡулланғандар. Эсемлектең тәьҫире иммунитетты нығытыу һәм организмдағы “насар” холестерин кимәлен кәметеү менән бәйле. Уны ике аҙна ҡулланғандан һуң хәл яҡшыра.

Шулай итеп, бер сынаяҡ алма һеркәһе, бер сынаяҡ бал, 10 тырнаҡ һарымһаҡ алығыҙ. Һарымһаҡты таҙартҡас, уртаға бүлегеҙ. Унан алма һеркәһе һәм бал менән бутап, яҡшы итеп ябылған банкаға һалығыҙ. Эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Нисек ҡулланырға?

Ас ҡарынға ике аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә, артынан бер нисә йотом һыу йәки сәй эсергә мөмкин, әммә 15-20 минут самаһы ашарға ярамай. Шифалы эсемлектең файҙаһы бишенсе көнөнә һиҙелә башлай. Хәлһеҙлек, баш ауыртыуы бөтә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра. Анемия, йоҡоһоҙлоҡ, астеник синдром осраҡтарында бына тигән дауа!” – тип яҙҙы Гүзәл Яҡупова.

Бына ниндәй осраҡтарға килешә был мөғжизәле эсемлек:

- киҫкен респиратор сирҙәр (ОРЗ), вируслы инфекция, киҙеү эҙемтәләре;

- быуындарға бәйле ауыртыныуҙар булғанда;

- юғары ҡан баҫымы;

- юғары холестерин;

- организмда матдәләр алмашыныуы боҙолоу;

- атеросклероз;

- түлһеҙлек;

- организмдың тиҙ арыуы, хроник арыу;

- стресс.

Төнәтмә бөйөр сирҙәре, гастрит, панкреатит осраҡтарында ярамай. Йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә лә сикләү ҡағыла. Шулай уҡ берәй компонентҡа, мәҫәлән, балға, аллергия булған осраҡта ла ярамай. Дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. Сәләмәт булығыҙ!

Фото: vk.com/id181092804

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: