-14 °С
Болотло
Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән йәшәү өсөн кәрәкле һәм үтә мөһим дарыуҙарҙың исемлеге киңәйтелде. Уға коронавирустан дауаланғанда ҡулланылыусы молнупиравир тигән препарат индерелде. Исемлеккә быға тиклем индерелгән фавипиравир тигән препарат өсөн порошок, концентрат, лиофилизат өҫтәлде.
Бөгөн йәшәү өсөн үтә мөһим дарыуҙар исемлегендә – 800-ҙән ашыу препарат.
Бындай препараттарҙың хаҡы дәүләт тарафынынан көйләнә, уларҙы медицина ярҙамын бушлай күрһәтеү буйынса дәүләт программалары сиктәрендә ҡулланалар. Льготалы категорияға ҡараусыларға был дарыуҙар дауалаусы табип рецебы буйынса бушлай бирелә.
Фото “Башинформ”дан алынды