Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Ғинуар 2023, 19:20

Күңелде дауаланылар

Район үҙәк дауаханаһында бөгөн билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын байрам ойошторҙо.

Күңелде дауаланылар
Күңелде дауаланылар

Башҡортостанда “Күңелде дауалаусылар” тип аталған социаль-мәҙәни проект  эшләй. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам йөҙөнән ойошторолған. Табиптарҙың эмоциональ яныуын, талсығыуын кәметеүгә йүнәлтелгән проектта танылған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Район үҙәк дауаханаһында бөгөн билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын байрам ойошторҙо. Табиптар тәнде дауалаһа, артистар күңелде дауалай. Бындай күңелле байрамдар көсөргәнеште йомшартыуға, кәйефте күтәреүгә булыша, профессиональ яныуҙан һаҡлай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йөкмәткеле сара республиканың башҡа дауаханаларында ла үткәрелә.

Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин, халыҡ-ара “Йәшлек-шоу-20” конкурсы еңеүсеһе, популяр музыкант, яҡташыбыҙ Ришат Рәхимов был көндө табиптарҙың күңелен асты, йәшәүгә дәрт өҫтәне. 

Табиптар хөрмәтенә йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәр әйтелде. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова арт-терапия  элементтары менән  мольберттарҙа оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараны ойоштороусылар дауаханаға күренекле Башҡортостан рәссамдарының репродукцияларын тапшырҙы. Хәҙер был картиналар галереяһы менән табиптар ғына түгел, пациенттар ҙа таныша ала.

Дауахана хеҙмәткәрҙәре ойоштороусыларға бындай күркәм байрам өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: