Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Декабрь 2022, 16:03

Грипҡа бушлай тест үтергә мөмкин!

Тейешле ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Грипҡа бушлай тест үтергә мөмкин!
Грипҡа бушлай тест үтергә мөмкин!

Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа ОМС буйынса грипҡа һәм башҡа респиратор инфекцияларға тест үткәрелә. Тейешле ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Был ҡарар грипп, шулай уҡ коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыуына бәйле ҡабул ителде. Экспресс-тест инфекция төрөн асыҡлап, тейешле дауалау тәғәйенләргә мөмкинлек бирә. Бер үк ваҡытта  коронавирусҡа ПЦР-тест үтергә мөмкин.

14 декабрҙә ил президентының хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре булған кешеләргә грипҡа тест үтеү кәрәклеге хаҡында һөйләне. Был сирлеләргә хәүефте кәметергә ярҙам итәсәк, тине ул.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, грипп йоҡтороу кимәле уҙған аҙна менән сағыштырғанда 22% артҡан. 14 грипп осрағы лабораторияла раҫланған, шуның 8-е - балаларҙа.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-15/v-poliklinikah-i-bolnitsah-budut-besplatno-testirovat-na-gripp-3073364

Автор:
Читайте нас: