Даирә
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Ноябрь 2022, 12:39

Күк сәскә (василек)

Күк сәскәнең (василек синий) сәскәләре бигерәк тә бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауыртыуҙарынан файҙалы. Сәскәлек төнәтмәһен шулай уҡ йөрәк, баш һәм ашҡаҙан сирҙәренән эсәләр. Үләндең төнәтмәһен һары һыу ауырыуынан, күрем ваҡыты тотҡарланғанда ҡабул итәләр. Күк сәскә үләнен балаятҡынан ҡан китеү, дауамлы ауыртыу лы күрем кеүек ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары ваҡытында ҡулланырға ярамай, шулай уҡ был үлән препараттарын йөклө ваҡытта ҡабул итеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Күк сәскә (василек)
Күк сәскә (василек)

Гидронефроз. Ике өлөш эт еләге, бер өлөш петрушка, ҡайын бөрөһө, андыҙ тамырын алырға, бөтәһен бергә бутарға. 1 ҡалаҡ йыйылмаға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һүрән утта 5-7 минут ҡайнатырға, бешкән үләндәр өҫтөнә 1 балғалаҡ күк сәскә үләненең сәскәләрен һибергә, ҡапҡас ябып, 20 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда йылы көйөнсә берәр стакан эсергә.
Миокард (йөрәктең мускул ҡатламы) инфаркты. 100 г яңы йыйылған күк сәскә үләнен алырға, 2 стакан зәйтүн һәм көнбағыш майын ҡойорға, ныҡлап ябырға, һауытты ҡояшҡа ҡуйырға. 20 көн төнәткәндән һуң, һарҡытырға. Инфаркттан һуң йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн иртәнсәк ас ҡарынға бер балғалаҡ ҡабул итергә.
Шешенеү. Был осраҡта 1 балғалаҡ күк сәскә яп­рағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, ҡапҡас ябырға һәм 1 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда яртышар стаканлап эсергә.
Нефрит, цистит, уретрит. 1 стакан ҡайнар һыу­ға 1 ҡалаҡ күк үләндең ситке япраҡтары алына. 2 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3-4 тапҡыр төшкө ашҡа тиклем стакандың дүрттән бер өлөшөн ҡабул итергә.
Үләндәр менән дауалаусы Рим ӘХМӘТОВ китабынан.

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:
Читайте нас: