Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Сентябрь 2022, 15:32

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусылар һәм вафат булыусылар һаны билдәле булды

Был турала республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусылар һәм вафат булыусылар һаны билдәле булды
Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусылар һәм вафат булыусылар һаны билдәле булды

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 581 кеше коронавирус менән ауырып киткән, икәүһе үлгән, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 306 меңдән ашыу сир осрағы теркәлгән. Ошо ваҡыт эсендә 5 801 кеше яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған, уларҙың күбеһе — 60 йәштән өлкәндәр.

Бөгөнгә республикала 236 кеше коронавирус инфекцияһы диагнозы менән дауаханаға һалынған, уларҙың 9-ы — ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 3 322 сирле өйөндә дауалана.

Тәүлек эсендә 157 кеше һауыҡҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-15/v-bashkirii-za-sutki-koronavirusom-zaboleli-581-chelovek-dvoe-skonchalis-295074

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: