Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Июнь 2022, 14:22

Кемдәр коронавирус буйынса ҡыҙыл зонала?

Башҡортостандың дүрт муниципалитеты ҡыҙыл зонаға ингән.

Кемдәр коронавирус буйынса ҡыҙыл зонала?
Кемдәр коронавирус буйынса ҡыҙыл зонала?

Башҡортостандың дүрт муниципалитеты коронавирустан ревакцинация буйынса ҡыҙыл зонаға инде, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә.

«10 июнгә бер аҙнала 0,31 процент темп менән Ағиҙел һәм Нефтекама (0,36%), шулай уҡ Өфө (0,47%) һәм Асҡын (0,97%) райондары ҡыҙыл зонаға инде», — тине ул.  

Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, республика биләмәһендә ревакцинация буйынса ыңғай динамика күҙәтелә — йәмғеһе 595 123 кеше ҡабаттан прививка яһатҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-14/chetyre-munitsipaliteta-bashkirii-okazalis-v-krasnoy-zone-po-revaktsinatsii-ot-koronavirusa-2839231

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: