Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртып

Республикала “Сәләмәтлек поезы” акцияһы эшен дауам итә. Әлеге ваҡытта ул графикка ярашлы эшен дауам итеп, беҙҙең район ауылдары буйлап йөрөй.

Халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртып
Халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртып

Республика табип-физкультура диспансеры табиптары, кесе медицина хеҙмәткәрҙәре һәм районыбыҙҙың белгестәре халыҡты ҡабул итә. Ауылдар халҡына бушлай медицина тикшереүҙәре үткәреү был сәләмәтлек акцияһының маҡсаты булып тора. Уның ярҙамында кешеләрҙең үҙҙәре лә белмәгән байтаҡ ауырыуҙары асыҡлана.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе кешеләре лә “Сәләмәтлек поезы”н көтөп алып, был форсаттан файҙаланып ҡалырға ашыҡты, сөнки уларға белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн, алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барып, күпме ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәк. Әлбиттә, килеүселәр араһында күбеһенсә оло йәштәгеләр ине.
Был проект ярҙамында берҙән бушлай медицина ярҙамы халыҡҡа яҡынайһа, икенсенән башҡа сирҙәр менән бер рәттән шәкәр диабеты, гипертония, онкология, кеүек етди ауырыуҙарҙы алдан асыҡларға мөмкин.
“Сәләмәтлек поезы” составында Өфөнөң 21-се дауаханаһының күсмә флюорография һәм маммография кабинеттары эшләй. Был көндө табип-терапевтар, табип-невролог, табип-хирург, акушер ҡабул итә, ЭКГ үтергә була, пациенттар анализдар өсөн ҡан тапшыра, кәүҙә ауырлығын тикшерә. Процедуралар тиҙ башҡарыла һәм һөҙөмтәләр тиҙ үк әҙер ҙә була. Килеүселәрҙең һәр береһе медицина тикшереүҙәренән һуң анализ һөҙөмтәләрен ала. Әгәр ҙә сир асыҡланһа, табиптар дауаханаға юллама бирә.
- Халыҡ “Сәләмәтлек поезы” килеүен көтөп алды. Улар бик ҡәнәғәт, сөнки ауылдан ситкә сығып медицина тикшереүе үтергә күптәрҙең мөмкинселеге юҡ. Киләһе ике көндә биләмәнең Мырҙа, Һарт-Шишмә, Үтәгән, Төбәк Таҙлар ауылдары халҡы транспорт менән тәьмин ителәсәк, - ти Яңы Ҡыйышҡы ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Әлфирә Бикташева.
- Ауылыбыҙға “Сәләмәтлек поезы” килгәнен ишеткәс, бөтә мәшәҡәттәрҙе ҡалдырып, ошо мөмкинселектән файҙаланып ҡалыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре янына ашыҡтым. Элек эшләгән осорҙа дауаханала медицина тикшереүен үтеп тора инем, әле хаҡлы ялда булғанда үҙебеҙҙә генә тикшерелеү бик тә уңайлы. Һаулыҡты ҡайғыртып, мөмкин тиклем тикшерелеп торорға кәрәк, - тине Рәзилә Ғәйнуллина.
“Сәләмәтлек поезы” белгестәренең хеҙмәтләндереүенән һәм яҡты йөҙөнән кешеләр ҡәнәғәт ҡалды.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: