Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Апрель 2022, 16:51

Кардиолог донъялағы иң файҙалы үләнде атаған

Төрөк терапевты һәм кардиологы Джанан Каратай шәкәр һәм ҡан баҫымы кимәлен контролләүсе шифалы үҫемлек тураһында һөйләгән.

Кардиолог донъялағы иң файҙалы үләнде атаған
Кардиолог донъялағы иң файҙалы үләнде атаған

Ревень (ирәүән) бик файҙалы, тигән табип. Был үлән ҡан баҫымы менән шәкәр кимәлен контролдә тоторға, Альцгеймер сиренән һаҡланырға ярҙам итә, бауырға, ҡалҡан биҙенә, мейегә ыңғай тәьҫир яһай. Антиоксиданттарға, витаминдарға (шул иҫәптән С витаминына) бай. Иммунитетты нығыта, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта, тирене шымарта.

“Йомортҡа ҡыҙҙырғанда ревень дә ҡушһаң, донъяла иң файҙалы блюдо килеп сыға”, – ти Джанан ханым (төрөктәр һәр иртә йомортҡа ашай).

Был үлән һеҙҙең яҡтарҙа үҫәме? Файҙаланығыҙ.

Фото: vk.com

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-04-05/kardiolog-don-yala-y-i-fay-aly-l-nde-ata-an-2757494 

Автор:
Читайте нас: