Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Март 2022, 12:24

Льготалылар өсөн дарыуҙар запасы ярты йылға етергә тейеш

Льготалылар өсөн дарыуҙар запасы ярты йылға етергә тейеш — Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Льготалылар өсөн дарыуҙар запасы ярты йылға етергә тейеш
Льготалылар өсөн дарыуҙар запасы ярты йылға етергә тейеш

Рәсәйҙә үҙебеҙҙә етештерелгән медицина изделиелары етерлек, ассортиментты киңәйтеү тураһында уйларға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко «Рәсәй-1» телеканалы эфирында күрһәтелгән «Мәскәү. Кремль. Путин» программаһына интервьюһында.

Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, Рәсәйҙә титандан һәм башҡа материалдарҙан медицина изделиелары әҙерләгән производстволар етерлек.

«Улар етештерелә, мәсьәлә ассортимент сәйәсәтен киңәйтеүгә ҡайтып ҡала», — тип хәбәр итте ТАСС Михаил Мурашконың һүҙҙәренә һылтанма менән.

Министр билдәләүенсә, Рәсәйҙә хәҙер ҡайһы бер дарыуҙарға һорауҙың норманан 10 тапҡырға күберәк булыуы күҙәтелгән.

«Иң ғәжәбе шул: препараттарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Ҡайһы берҙәренең ике йыл ғына. Был дарыуҙарҙы билдәле бер ваҡыт эсендә эсеп бөтөп булмай бит», — тине ул. Шулай уҡ Мурашко ил төбәктәрендә льготалылар өсөн дарыу запасы ярты йылға тиерлек етерлек икәнен әйтте.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-03-28/lgotalylar-s-n-daryu-ar-zapasy-yarty-yyl-a-eterg-teyesh-r-s-y-e-auly-a-lau-ministrly-y-2746006 

Автор:
Читайте нас: