Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Ғинуар 2022, 09:38

Үҙ эшенең оҫтаһы

Дауаханала һәр кем белемле, яғымлы медицина хеҙмәткәренә эләккеһе килә. Алайғыр табиплыҡ амбулаторияһында ана шундай изге һөнәр эйәһе Рәйсә Абдуллина эшләй.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Рәйсә Рәүф ҡыҙы ғүмеренең 33 йылдан ашыуын балаларҙың участка шәфҡәт туташы эшенә бағышлай. Табиптың уң ҡулы, ярҙамсыһы булған шәфҡәт туташы Рәйсә Абдуллина тыу­ған­дан алып 18 йәшкә тиклемге балаларҙың иҫәбен алып бара, дауаланырға килгәндәрҙе теркәй, прививка яһай, өйҙәргә йөрөп, бер йәш­кәсә балаларҙы патронаж кү­ҙәтеүе аҫтына ала, бәлә­­кәс­тәрҙең ауырлығын, бу­йын үлсәй. Уның көн­дәлек эше ҙур яуап­лылыҡ талап итә. Иғти­барлы булырға, ха­таланырға ярамай. Сабыйҙарҙы ты­ныс­лан­­дырыу өсөн сабыр ҙа булыу кәрәк.
– Мәктәпте тамамлағас, алдымда ниндәй һөнәр һайларға тигән икеләнеү булманы. Бала саҡтан шәфҡәт туташы булырға теләй инем. Хыялымдан ситкә тайпылмайынса, Өфө медицина училищеһын тамамланым. Юллама буйынса ата-әсәйемдең тамырҙары булған ошо районға ҡайттым. Мине Алайғыр дауа­ханаһына эшкә ебәрҙеләр. Был көндән һуң бик күп йылдар үтеп китте... Эшемде ныҡ яратам, уға шул тиклем өйрәнгәнмен, өйгә ҡайтҡандан һуң да иртәгәһе бурыстарымды уйлайым. Ни генә тимә, ошо тиклем ғүмер эсендә эшемә ныҡ бәйләнгәнмен, – ти ул.
Тәүҙә йәш белгес өлкән хеҙ­мәт­­тәштәренән күп нимәгә өй­рә­­­нә. Табиптар Әминә ­Айыт­­­­­ҡо­­лованы, Ғәзинур Ҡу­на­ҡа­евты, фельдшер Борис Дани­ловты, район үҙәк дауа­­­ха­­наһынан педиатрҙар Сергей Ширяевты, Әнисә Нур­ғә­ли­е­­ва­ны һәм башҡаларҙы йылы хә­­тирәләр менән телгә ала. Ошо йыл­дар эсендә уға күп педи­атрҙар менән эшләргә тура килә. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта район үҙәк дауаханаһынан аҙна­һына бер тапҡыр бик тырыш, участка өсөн борсолоп торған йәш педиатр Зәлиә Ғаффарова менән кес­кәй пациенттарҙы ҡабул итәләр.
Йылдар дауамында ул һөнә­ренә тоғро ҡалып, ҙур тәжрибә туплай һәм үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Һуңғы йылдарҙа күбе­һенсә табипһыҙ эшләүенә ҡара­маҫтан, балаларҙың ауырыуын ваҡытында иҫкәртеү, уларҙы дауалау өсөн көсөн йәлләмәй. Сабыйы өсөн борсолған ата-әсәне лә тынысландыра һәм өмөт­лән­дерә белә. Телефон аша ла балалар өсөн генә түгел, төрлө ауыл­дарҙа йәшәгән уны белгән өлкәндәр ҙә үҙҙәре өсөн дә тәж­рибәле шәфҡәт туташына шылтыратып кәңәштәр ала. Уның тураһында тик йылы һүҙҙәрҙе генә ишетергә мөмкин.
- Хеҙмәттәштәренең һәм ке­шеләрҙең ихтирамын яулаған ме­дицина хеҙмәткәре бала­лар­ҙың ауырыуҙарын иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүлә. Привив­ка­лар­ҙы һәр саҡ ваҡытында эшләй. Уларҙың һаулығын нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһын­да аңлатыу эштәре алып бара. Участкаға ҡараған бер нисә ауыл­дарға барып, кескәй па­ци­ент­тарҙы ҡабул итеү, уҡыусы­ларға медицина тикшереүе үткәреү, при­вив­калар эшләү ҙә уның ҡат­нашлығынан башҡа уҙмай. Балалар һаулығы уның өсөн шул тиклем мөһим, шуға ла бының өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәл­ләмәй. Тик һөнәрен яратып баш­ҡарған кеше генә ысын белгес була ала, – ти Алайғыр ам­бу­ла­торияһы мөдире Ғәзинур Ҡу­наҡаев.
Медицина хеҙмәткәре иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған, талаптар ҙа көслө. Ә кесе пациенттар ме­нән уларҙы яратҡан, күңе­лен­дә мәрхәмәтле булған кеше генә эш­ләй алалыр кеүек. Шәфҡәтле йөрәкле шәфҡәт туташы: “Ба­ла­ларға ярҙам итә алыуым ме­нән бә­хетлемен, уларҙы да­уа­­лауҙан ҡә­нәғәтлек кисерәм”, – ти. Рәй­сә Абдул­ли­на­ның фиҙаҡәр хеҙ­мә­те етәкселек тара­фынан ла­йыҡ­лы баһалана. “Баш­ҡор­тостан Рес­публикаһы Һаулыҡ һаҡ­лау отличнигы” бил­дәһе, БР Һаулыҡ һаҡлау минис­тр­лы­ғы­нан һәм район үҙәк да­уаха­на­һынан Маҡтау ҡағыҙ­ҙары менән бүләкләнә.
Шәфҡәт туташы эшендә оҫ­та белгес булһа, өйөндә уңған ху­­жабикә, хәстәрлекле әсәй, өлә­­сәй. Ҡыҙғанысҡа, бер йыл элек тормош иптәше Марсель Ильяс улы вафат булған. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өл­­кән ҡыҙҙары Ләйсән әсәһе кеүек медицина юлынан китеп, табип-педиатрға уҡыған. Ул әле­ге көн­дә БДМУ универ­си­те­ты­ның кли­никаһында хеҙмәт итә, ә икен­се ҡыҙҙары Гүзәл - про­грам­мист, әле декрет ялын­да. Ре­зеда Ырымбур дәүләт уни­вер­си­теты­ның химия-биология факультетын тамамлай, магис­­тра­­тураға уҡырға инергә йыйына.
Медицина хеҙмәткәрҙәренән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Улар ара­һын­да Рәйсә Абдуллина ке­үек үҙ эшен яратып башҡарған, дауа­лауҙан ҡәнәғәтлек алған бел­гестәр күберәк булһын ине.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: