Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ғинуар 2022, 17:21

Республикала коронавирус һәм грипп буйынса сирләү осраҡтары кәмене — Роспотребнадзор

Башҡортостанда коронавирус, грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары кәмене.

Республикала коронавирус һәм грипп буйынса сирләү осраҡтары кәмене — Роспотребнадзор
Республикала коронавирус һәм грипп буйынса сирләү осраҡтары кәмене — Роспотребнадзор

Һуңғы аҙнала грипп менән ауырыуҙың 13440 осрағы теркәлде, был бынан алдағы аҙнанан 39,7 процентҡа кәмерәк. Дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак ошо хаҡта белдерҙе.

Салауатта 21-се мәктәп карантинда, бөгөнгәсә бер балалар баҡсаһы карантинда булды, ул асылырға тейеш.

Башҡортостанда Роспотребнадзор идаралығы 348 тикшереү үткәргән. Ун биләмәнән аэропортҡа инеү сикләнгән. Был 28 ноябрҙә үк ғәмәлгә индерелгәйне. Өфө аэропортына килгән бөтә пассажирҙарға тест үткәрелә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-01-10/respublikala-koronavirus-m-gripp-buyynsa-sirl-osra-tary-k-mene-rospotrebnadzor-2648772 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: