Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ғинуар 2022, 16:35

Һанлы медицина институты асылды

Былтыр Башҡорт дәүләт медицина университеты составына Бөтә Рәсәй  күҙ һәм пластик хирургия үҙәге инде. Ә быйыл...

Һанлы медицина институты асылды
Һанлы медицина институты асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙә шатлығы менән ихлас  уртаҡлашҡан.

“Бер аҙ ял иткәндән һуң тағы ла алға! Бөгөн тәүге эш көнөндә Башҡорт дәүләт медицина университетының  Һанлы медицина институтын астыҡ. Был медицинаны һанлаштырыу һәм камиллаштырыу яғына яһалған бер аҙым. Был – ситтән тороп эшләүсе телекоммуникациялар, алыҫтан тороп республика төпкөлдәрендә йәшәүсе халыҡҡа консультация биреү  һәм  юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү   мөмкинлеге.

Медицина университеты йылдам үҫешә, яҡшы белгестәр әҙерләй. Вуз “Приоритет-2030” программаһында уңышҡа өлгәште, халыҡ-ара рейтингтарҙа алдынғы урынды биләй. Танылған сит ил фән һәм белем биреү үҙәктәре менән берлектә ғилми проекттар әҙерләй, яңы перспективалы белгеслектәрҙе аса.

Былтыр Башҡорт дәүләт медицина университеты составына Бөтә Рәсәй  күҙ һәм пластик хирургия үҙәге инде. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын бөтә ресурс базаһы менән тапшырыу тамамланасаҡ.  Бындай тупланыш һөҙөмтәһендә республикала ҡеүәтле офтальмология кластерын булдырасаҡбыҙ. Был халыҡ өсөн, бөтә тармаҡ, медицина фәнен һәм практикаһын үҫтереү өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан медицина университетына ярҙам итәбеҙ, бөтә башланғыстарын хуплайбыҙ. Башҡорт дәүләт медицина университетына һәм халҡыбыҙға тыныслыҡ һәм сәләмәтлек теләйем!”

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-10/anly-meditsina-instituty-asyldy-2648722 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: