Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Июнь 2023, 12:14

Һабантуйға рәхим итегеҙ!

3 июндә Тауһеңер аҡланында Һабантуй һәм «Сыңла, салғы!» байрамдары үтәсәк. Әлфир САБИРОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы:

Һабантуйға рәхим итегеҙ!
Һабантуйға рәхим итегеҙ!

Һабантуй – яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуын билдәләүсе байрам. Ул беҙҙе үткәндәргә алып ҡайта, айырылғыһыҙ рухи быуындар бәйләнешен булдыра.
Был көндө беҙ, иң тәүге сиратта, арымай-талмай эшләгән ауыл эшсәндәренә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте яңы уңышҡа, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең именлегенә һәм сәскә атыуына нигеҙ һала.
Бик күп йылдар буйына ҡабатланмаҫ милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап һәм арттырып, һабан байрамы эшһөйәрлек, еңеүгә ынтылыш, күршеләргә яҡшы мөнәсәбәт, туған телгә һөйөү кеүек халҡыбыҙҙың иң яҡшы сифаттарын үҙендә сағылдыра.
Һабантуй хаҡлы рәүештә районыбыҙ халҡының иң яратҡан һәм көтөп
алған байрамы булып ҡала. Унда беҙ батырҙарыбыҙҙы һәм ат сабыштарындағы уңыштарҙы данлайбыҙ, төрлө йәштәге, төрлө милләтле һәм динле кешеләрҙе бер майҙанға туплаусы халыҡ мәҙәниәтенең рухы, байлығы һәм ҡабатланмаҫлығы менән ысын күңелдән һоҡланабыҙ. Был байрам беҙгә үҙенсәлекле кәйеф бүләк итә, иртәгәһе көнгә көс һәм ышаныс өҫтәй.
Һабантуй, элеккесә үк, берҙәмлегебеҙҙең, яҡшылыҡҡа ышанысыбыҙҙың символы булып ҡалһын, һәр йортҡа бәхет һәм именлек килтерһен!
Байрам менән, ҡәҙерле яҡташтар!

Автор:
Читайте нас: